Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Уңған ғаилә - ауыл ҡото

Чапаев исемендәге колхоздың гөрләп торған, эшселәрҙең йырлап эшләгән сағы. Һауынсыларға ярҙамға хатта Сирғол мәктәбенең 9-сы класты тамамлаған ҡыҙҙарын да йәлеп итәләр. Уларҙы Ибрайҙа урынлашҡан фермаға машинала ошо ауыл егете Ғөбәйҙулла йөрөтә. Ҡыҙҙарҙың берәүһенә – Миңзифаға күҙе төшә егеттең. Йәштәрҙең араһында мөхәббәт уты ҡабына. Ҡыҙ 10-сы класты тамамлағас, Ибрайҙың ишле, матур ғаиләләренең береһенә килен булып төшә.

Уңған ғаилә - ауыл ҡото
Уңған ғаилә - ауыл ҡото

Ғөбәйҙулла һәм Миңзифа Иҫәнсуриндарҙың иңгә-иң терәп, барлыҡ шатлыҡтарҙы, көйөнөстәрҙе уртаҡ итеп йәшәүҙәренә киләһе йыл 50 йыл була. Әйтеүе генә анһат: ярты быуат эсендә ғаиләнең ниндәй хеҙмәт түгеп, тырышып эшләүен, гөрләтеп донъя көтөп йәшәүен үҙҙәре лә, ибрайҙар ҙа яҡшы белә. Миңзифа апай колхозда оҙаҡ йылдар һауынсы, унан мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ғөбәйтулла ағай иһә колхозда шофер, механизатор йөгөн тарта. Ул ваҡытта Чапаев исемендәге колхоз кукуруз үҫтереү буйынса районда һәр ваҡыт беренсе була. Ауыл хужалығының иң көслө, гөрләп торған сағы!

– Беҙҙең быуын өсөн колхозда эшләү изге бурыс ине. Шуға беҙ ауыл хужалығын күтәреү өсөн ал-ял белмәй эшләнек, мәктәптән һуң уҡырға инеү тураһында уйлап та торманыҡ. Хатта ҡалаға китеп йәшәү уйы башыбыҙға инеп тә сыҡманы. Бөгөн дә ауылһыҙ йәшәй алмайбыҙ, – ти Иҫәнсуриндар.

Ғөбәйҙулла ағай үҙгәртеп ҡороу башланғас, колхоздан сығып, үҙе күптән таныш булған умартасылыҡ эшен башлап ебәрә. Атаһы ҡорт тотҡас, ағай был эш менән таныш була. Шуға ҡорт үрсетеп ебәреүе бик ауыр булмай. Әммә, хуш еҫле, татлы балды айыртҡанға тиклем күпме эш башҡарырға кәрәклеген, уның мәшәҡәтен балсы үҙе генә белә.

– Ҡасандыр ике күстән башлап ебәргән шөғөл мине ғүмерем буйы оҙата барыр, тип уйламағанмындыр ҙа бәлки. Ҡортсолоҡ тормошом асылына әйләнде. Үҫә килә улдарым да ярҙам итеп, ҡыҙыҡһынып киттеләр. Ҡорттар ҡырҙа, участка кәртәләнгән, ҡышҡыһын һаҡлау өсөн омшаник төҙөгәнбеҙ. Хатта һаҡсыбыҙ – немец овчаркаһы бар, ул бик уҫал: тайыш табан яҡын да юлламай, – ти Ғөбәйҙулла ағай.

Ырымбур, Орск, Новотроицк ҡалаларынан һәм башҡа яҡтарҙа йәшәүсе даими һатып алыусылар уларҙың бал айыртҡанын көтөп кенә тора.

– Беҙҙең балды бер алғандар гел  ала. Сөнки беҙ бер ҡасан да уны иртә айыртмайбыҙ, тулыһынса әҙер булыуын көтәбеҙ. “Иң тәмле бал!” – тиҙәр. Хатта “Тәмле” тапшырыуында Зөһрә Бураҡаева ла ошо хаҡта һөйләне, – ти ғаилә башлығы.

Иҫәнсуриндар өс балаға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Ҡыҙҙары Ғәлиә БДУ-ның филология факультетын тамамлап, Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше Радик та ошо уҡ мәктәптә тарихтан уҡыта. Матур ғаиләлә дүрт бала үҫә.

Ҙур улдары Хәсән шулай уҡ БДУ-ның тарих факультетын тамамлап, тыуған мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, унан һуң 15 йыл директор булып эшләгән. Әлеге етәксе эшенән китеп, уҡытыусы йөгөн тарта. Сөнки ул ҡортсолоҡ эшенә башкөллө сумған, ваҡыты етмәй. Быға тиклем эште аталы-уллы бергә алып барһалар, үткән йыл Хәсән Ғөбәйҙулла улы айырым эшләп ҡарарға булған. Килендәре Рәзинә лә уҡытыусы, география фәненән уҡыта.

Кесе улдары Әнүәр Пермдә эшләп йөрөй. Ата-әсәһенең ныҡлы терәге, таянысы ул.

– Балаларыбыҙ эш белеп үҫте. Бөгөн дә шулай: ныҡ ярҙам итәләр. Уларға лайыҡлы тәрбиә бирҙек, шуға ҡыуанабыҙ, – ти Иҫәнсуриндар.

Ғөбәйҙулла ағай ҡортсолоҡ эшенә мөкиббән китһә, Миңзифа апай шәл бәйләмәйенсә түҙә алмай икән. Бер ҡышта унлап шәл бәйләгән ваҡыттары булған уның. Элегерәк баҙарға йөрөп һатһа, бөгөн өйөнән килеп алалар.

Ғөбәйҙулла Рәхмәтулла улы – атай нигеҙен һыуытмай, үҙе тәпәй баҫҡан урында донъя ҡорған кеше. Ул үҙ ғүмерендә ике йорт һалған, уларҙың икеһе лә – үҙе тыуып үҫкән ихатала. Ә унда аллы-гөллө сәскәләр. Тәҙрә төптәрендә лә гөлдәр сәскә атып ултыра – был йортта уңған хужабикә йәшәүе әллә ҡайҙан күренә.

Ауылдың ысын патриоты булараҡ, ҡасандыр 1-се класҡа 43 бала килгән Ибрайҙа йәш ғаиләләр ҡалмай барыуы, балалар кәмеүе Иҫәнсуриндарҙың күңелдәрен өшөтә.

– Тырышһаң, ауылда бынамын тигән итеп донъя көтөргә була! Беҙ үҙебеҙ бер ҡасан да буш торманыҡ. Хәҙер йәштәргә юлдар асыҡ, уңғанлыҡ, тырышлыҡ ҡына кәрәк! – ти Ғөбәйҙулла ағай һәм Миңзифа апай.

Сыҙамлылыҡ, егәрлелек менән төҙөлгән матур донъяғыҙ, нигеҙегеҙ тағы ла оҙаҡ йылдар һыуынмаһын. Ибрайҙың матур, бәхетле, өлгөлө ғаиләләренең береһе булып, артабан да барыһын да һоҡландырып йәшәгеҙ, Ғөбәйҙулла ағай һәм Миңзифа апай!

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас