Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Эштә лә, сәхнәлә лә һынатмайҙар

5 февралдә Ейәнсурала Урал аръяғы райондары ветеринарҙары һәм уларҙың ғаиләләре араһында ижади конкурс үтте.

Эштә лә, сәхнәлә лә һынатмайҙар
Эштә лә, сәхнәлә лә һынатмайҙар

Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған “Беҙ берҙәм ижад итеүсе ғаилә” исемле күркәм сарала Ейәнсура районынан – Ҡолмырҙиндар Баймаҡтан – Баязитовтар, Белореттан – Мәмбәтовтар, Бөрйәндән – Аҫылғужиндар, Әбйәлилдән – Йәркәевтәр, Йылайырҙан Туҡтамышевтар ғаиләләре ҡатнашты. Конкурсанттарҙы район башлығы вазифаһын башҡарыусы Самат Йәрмөхәмәтов сәләмләне, республиканың ветеринария буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Азат Йыһаншин барыһына ла уңыштар теләне һәм конкурстың маҡсаттарына туҡталып:

  • Был бәйге Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын, мәҙәниәтен күрһәтеп, мәҙәни мираҫын, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, илһөйәрлекте үҫтереү, хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен берләштереү һәм таланттарҙы асыҡлау йәһәтенән ойошторола. Барығыҙҙың да ғаиләләренә именлек, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине.

Биш этаптан торған конкурстың тәүгеһендә командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Барыһы ла милли костюм кейгән ғаиләләр сәхнә биҙәге булды. Һәләттәрҙе күрһәтеү бәйгеһендә иһә Аҫылғужиндар ғаиләһенең дәртле бейеүе иң сағыу сығыш булғандыр. Баязитовтарҙың иһә Рәсәй һәм Башҡортостан дуҫлығы тураһында йырлағанда кейгән костюмдары милли флагтар менән биҙәлеүе үҙенсәлек бирҙе.

Киләһе бәйгеләрҙә ғаиләләр милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, уйындарҙы күрһәтте, ветеринар табиптың эш көнөн сәхнәләштерҙе, һөнәрҙәренең нескәлектәрен асырға тырышты. Ә аҙаҡҡы конкурста – капитандар ярышында иһә һәр кем үҙенең ветеринария өлкәһендәге белемен күрһәтте.

Конкурсанттар сараға етди әҙерләнгән. Шуға ла Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгесе Гүзәл Шәймәрҙәнова, профком рәйесе Ислам Мифтахов, Урал аръяғы территориаль бүлеге етәксеһе Ришат Йәнтүри һәм район мәҙәниәт бүлеге белгесе Сәүиә Йәнсуринанан торған мәртәбәле жюриға иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Һөҙөмтәлә иң күп мәрәй йыйған Баязитовтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Икенсе урынды Аҫылғужиндар яулаһа, Ҡолмырҙиндар ғаиләһе өсөнсө булды. Тәүге ике урынды яулаған команда мартта Өфөлә үтәсәк финалда ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Төп эштәрендә һынатмаған ветеринарҙар эш халаттарын бер көнгә генә булһа ла милли костюмдарға алыштырып, конкурста үҙҙәренең талантын, милли рухын күрһәтә алды, коллегалары менән аралашып, ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы үткәрҙе.Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге конкурсанттарҙы ейәнсураларса ихласлыҡ менән ҡунаҡсыл ҡаршы алды, ҡунаҡтарға үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.

Зәлиә Байғусҡарова.

 

 

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас