Ғаилә башлығы Антон – ҡуңыр йөҙлө, ҡара сәсле, саф башҡортса һөйләшкән Ибрай ауылы егете. Атаһы рус милләтенән булһа ла, башҡортлоғон әсәһенән алған. Башҡорт Үрген ауылы ҡыҙы Алсәсәк менән өйләнешеп, бер аҙ Ибрайҙа йәшәгәс, йәш ғаилә, Алсәсәктең өләсәһенең Үргендә буш торған өйөнә күсергә ҡарар итә. Һәм был ҡарарҙарына бер ҙә үкенмәйҙәр.
Өйҙәре ҙур булмаһа ла йылы һәм йәмле генә. Бар ерҙә бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ, ә хужалар иһә ихлас һәм аралашыусан. Күптәр ҙур урында, бар уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәүгә өҫтөнлөк биргән ваҡытта, ауылда ҡалып, тырышып донъя көткән йәштәр мине һоҡландырҙы.
“Һыйлы көнөң – һыйырҙа”
Шатовкиндар үҙ көстәренә генә таяна, эштән ҡурҡмайҙар. Һәр нимәне ысын күңелдән, издиһат биреп башҡаралар. Мин барғанда хужалар һарайҙа кискелеккә мал тәрбиәләй ине. Уларҙың малдарының һәр береһенә иғтибар биреп, һыйпап, яратып ашатҡандарын ҡарау бер кинәнес.
- Һыйырҙарыбыҙ ҡасандыр өләсәйем Ҡаҙағстандан алып ҡайтҡан һөтлө тоҡомдан. Кәүҙәләре ҙур булмаһа ла, яҡшы тәрбиәләһәң, һөттәрен йәлләмәйҙәр. Ә эшкәртһәң, үҙеңдең ҡаймаҡ-майың, эремсегең тәмле лә, бәрәкәтле лә. Шуға ла киләсәктә мал һанын арттырға ниәтләйбеҙ. Булған аҙыҡты иртәле-кисле һалып, һыу эсереп, тиҙәген таҙартыу бер ҙә ауыр түгел. Киреһенсә, хәрәкәтләнеү файҙаға ғына, – ти Алсәсәк. – Әйткәндәй, аҙаҡҡы йылдар мал аҙығын һатып ҡына алабыҙ. Ярай әле ауылда Алмаз Искәнйәров кеүек уңған ағайҙар бар. Әйтеүең була, бесәнде әҙерләп, алып килеп өйөп тә китә.
Хужабикә ғаиләһенә генә түгел, артҡанын һатырға ла һөт ризыҡтары әҙерләп өлгөрә. Даими һатып алыусылары май, эремсеккә заказды алдан биреп ҡуя, хатта Өфөлә лә үҙ клиенттары бар икан.
Былтыр Алсәсәк өс һыйыр һауған. Ҡул менән һауып, аҡты эш итеү күп ваҡыт алһа ла, ул дәртләне, һәр эште күңелен һалып башҡара. Малды арттырырға ниәтләгән Шатовкиндар үткән йәй кәңәшләшеп, эште еңеләйтеү маҡсатында, электр ярҙамында май бешеү ҡоролмаһы һатып алғандар. Ә быйыл һауын аппараты ла алырға тура килер әле, тиҙәр.
Буш ваҡытты гел бергә
Шатовкиндар бик татыу, бер-береһен ихтирам итеп йәшәйҙәр. Балаларына ла белгәндәрен һеңдерәләр, берҙәм булырға өйрәтәләр. Антон вахта менән Мәскәүҙә эшләй, Алсәсәк – балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Аталары эштә саҡта ун өс йәшлек Динислам – әсәһенең терәге. Бәләкәй Ислам да ҡул араһына инә башлаған. Ҙур ҡыҙҙары, Өфөлә махсус мәктәптә уҡыған Сабрина каникулда саҡта өйҙәге бар эштәрҙе эшләшә. Ул – Шатовкиндарҙың ғорурлығы. Һаулыҡ мөмкинлеге сикле булһа ла, еңел атлетика менән шөғөлләнә, төрлө ярыш-олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулай.
Ғаиләләнең ныҡ булыуының тағы ла бер сере бар – уртаҡ шөғөл. Шатовкиндар буш ваҡыттарын да гел бергә үткәрә, улар – балыҡсылар. Хатта оҫта балыҡсылар, тиһәм дә хата булмаҫ.
Антон бала саҡтан балыҡҡа йөрөргә яратҡан. Ә бер нисә йыл элек Алсәсәкте лә эйәрткән. Тәүге барғанда уҡ ярайһы ҙур ғына балыҡ эләктергән ҡатында ҡомар уяна. Ире балыҡҡа йыйыныуын күрһә, бар эшен ташлап тиерлек уға эйәрә. Айырыуса ҡыш йөрөргә яраталар. Был осорҙа шәхси хужалыҡта әллә ни эш булмағас, көн оҙонон яратҡан шөғөлгә бағышларға була. Әйткәндәй, Алсәсәк водитель таныҡлығына балыҡҡа йөрөргә тип махсус рәүештә уҡыған. Хәҙер инде улар улдарын да алып, үҙебеҙҙең райондағы, ҡайсаҡ Ырымбур өлкәһендәге һыу ятҡылыҡтарына йөрөп ҡайталар. Ҡармаҡлаған балыҡтары үҙҙәренә етеп, һатыуға ла арта. Ғаилә бюджетына яҡшы ғына килем дә була.
Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә, ти Шатовкиндар. Ысынлап та, Башҡорт Үргене район үҙәгенә яҡын, йомоштарға йәһәт кенә барып ҡайтырға була. Ауылда балалар баҡсаһы, урта мәктәп бар. Мәҙәниәт йорто, китапхана, ике магазин эшләй. Шуға күрә лә уларҙың бер ҡайҙа ла киткеһе килмәй, ғаилә ауылда йәшәүҙе яҡшыраҡ күрә. Ауылдарҙың киләсәге тап шундай ғаиләләрҙең ҡулында ла инде.