

“Алтын тирмә” уйынында балалары гимназияла белем алған башҡорт, шулай уҡ ҡатнаш ғаиләләр саҡырылғайны. Сара ҙур һәм татыу ғаиләләр миҫалында төрлө милләт халыҡтарының берҙәмлеген, ысын мәғәнәһендә бер ғаилә булып йәшәүен асыҡ сағылдырҙы һәм ошо йәһәттән бик отошло булды. Уйынды китапханасы Нурия Ҡунысбаева әҙерләп алып барҙы.
Сарала ҡатнашҡан Гүзәл Түләбаеваның – ҡыҙы Сафия һәм улы Ирхан, Тимур һәм Наилә Хәлитовтарҙың – ҡыҙҙары Әминә, Ғәлиә Яковлеваның – ҡыҙы Таңһылыу менән улы Ислам, Илшат һәм Миләүшә Искәнйәровтарҙың ҡыҙы Сәмилә (Шайморатов класында) гимназияла уҡый. Эштә булыу сәбәпле, атайҙар Фәнзил Түләбаев менән Ринат Яковлев килә алманы. Уның ҡарауы ҡартай-ҡәрсәй-өләсәйҙәр Фәнзи һәм Асия Түләбаевтар, Зәйтүнә Түләбаева, Риф һәм Зилә Хәлитовтарҙың килеүе сараны байытып, үҙенсәлекле итте.
Ғаиләләр барыһы ла милли: Искәнйәровтар һәм Түләбаевтар – башҡорт, Хәлитовтар – татар, Яковлевтар сыуаш кейемдәрендә килгәйне. Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырғас, ярыш башланды.
Бәйгеселәр Ватан тураһында, башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәбиғәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, милли йолалар, ижад буйынса белемдәрен күрһәтте, ә тамашасылар уларҙы хуплап ултырҙы. “Алтын тирмә”нең шарттары буйынса һәр дөрөҫ яуапҡа берәр тәңкә бирелде. Тәүге турҙа мәҡәлдәрҙе дауам итеү, йомаҡтарҙың яуабын табыу еңел генә кеүек тойолһа ла, киләһе турҙарҙың һорауҙары, мәҫәлән, Рәсәй гимнының авторы, Ленинград блокадаһы нисә көнгә һуҙылған йәки үрмәксенең нисә аяғы бар кеүек һәм башҡа һорауҙар уйланырға мәжбүр итте.
Уйын “Ауаз” этно төркөмө (етәкселәре Фәнүр һәм Гүзәл Тоҡомбәтовтар), Лениза Хәйбуллинаның, Рәйлә Ишаринаның сығыштары менән аралашып барҙы. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән: Зәйтүнә Түләбаева үҙе яҙған шиғырҙарҙы уҡыуын, Гүзәл Түләбаеваның бейеүен тамашасы ихлас ҡабул итте.
– Уҡыусыларыбыҙ ни өсөн шәп икән тиһәгеҙ, күрәһегеҙме, беҙҙең ата-әсәйҙәр шулай икән! Бына кемдәргә оҡшағандар! Балаларығыҙға өлгө булып торғанығыҙға шатбыҙ! Һәр ғаиләгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ, – тине директорҙың тәрбиә эштәре буйынса советнигы Миңзәлә Абдуллина уйынды йомғаҡлап һәм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса урындарҙы иғлан итте. Түләбаевтар һәм Хәлитовтар – өсөнсө, Яковлевтар икенсе урынға сыҡты. Еңеүгә иһә Искәнйәровтар ғаиләһе лайыҡ булды.
– Беҙ ейәнсәребеҙ, ейәнебеҙҙең гимназияла уҡыуҙары менән ҡыуанабыҙ, сөнки бында уҡыу ҙа, тәртип яғынан да яҡшы икәнен күреп, белеп йөрөйбөҙ. Уҡыусылар матур итеп бейей, йырлай, бар яҡлап шартлап торалар. Әле уйында ҡатнашып, үҙебеҙҙе мәктәп йылдарына ҡайтҡан кеүек хис иттек. Бик оҡшаны, – тине Риф Рәшит улы гимназия коллективына рәхмәт белдереп.
Башҡорт гимназияһында исемле йыл асылды. Әле тағы ла матур, йөкмәткеле саралар менән ҡыуандырырҙар әле.
Айгөл Ҡылысбаева.
Автор фотолары.