Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында бәйләнеш булдырыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатынан ойошторолған медицина хеҙмәткәрҙәренең беренсе “Дуҫлыҡ” туристик слеты Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды. Унда Күмертау, Стәрлетамаҡ, Сибай медицина округтарынан һигеҙ команда ҡатнашты.
– Сарала Сибай, Стәрлетамаҡ (1-се һанлы), Күмертау үҙәк ҡала һәм Мәләүез, Мораҡ, Федоровка, Иҫәнғол район дауаханаларынан барлығы һигеҙ команда ҡатнашты. Беҙ йәштәрҙе лә күмәк спорт сараларына йәлеп итеү маҡсатында, ике: йәш көстәр һәм 35-те үткәндәрҙән торған командалар сығарҙыҡ, – тип һөйләй Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы етәксеһе Гөлкәй Әминева.
Слет бығаса республика буйынса үтһә, быйыл, һаҡсыллыҡ маҡсатында, округтарҙа ойошторолған. Күмертау округы ҡунаҡҡа стәрлеләрҙе һәм сибайҙарҙы саҡырған.
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған слетта һәр команда бер төбәкте күрһәткән. Сибайҙар – Марий Эль, стәрлетамаҡтар – Чечен, күмертауҙар – Ингуш, мәләүездәр – Адыгей, мораҡтар – Башҡортостан, федоровкалар – Мордова Республикалары халҡының милли мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтһә, беҙҙең йәштәр – Дағстан, ә 35+ командаһы Татарстан Республикаһы менән таныштырҙы.
Иң мөһиме – командала эшләй белеү
Сара бик бай йөкмәткеле булды. Тәүге көндө командалар волейболда, ҡул көрәштереп көс һынашты. Баш табиптар иһә – уҡ атып, ә профсоюз етәкселәре дартста мәргәнлектәрен күрһәтте. Һәр команда баһалаусылар хөкөмөнә алдан әҙерләгән ижади сығышын һәм милли аш-һыуын тәҡдим иткән. Моғайын, ҡунаҡтар РФ Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы етәксеһе Рауил Халфинға, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтовҡа, Иҫәнғол дауаханаһы баш табибы Владислав Ваһаповҡа, шулай уҡ баш судья Венер Сабитовҡа һәр яҡлап һәләтле командаларҙы баһалау еңелдән булмағандыр.
Икенсе көндө аҡ халаттарын спорт кейеменә алмаштырған хеҙмәткәрҙәр “Геройҙар уҙыш”нда көс һынашты. 13 төрҙән торған
Ярышта команданың тиҙлеге генә түгел, шулай уҡ берҙәмлеге, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер булыуы, командала эшләй белеүе лә баһаланы. Бесән төгө аша сығыу, беренсе ярҙамды ҡоро ерҙә генә түгел, һыуҙа ла күрһәтеү, “саңғы”ла йөрөү, “түңгәк” (һаҙлыҡ), бысраҡ һәм йылға аша үтеү, төйөндәр бәйләү, усаҡ яғыу – һәр ҡайһыһы көс, етеҙлек һәм берҙәмлек талап итте. Һөҙөмтәлә, “Геройҙар уҙышы”нда беренселекте 1-се Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһы алды.
Беҙҙекеләр – беренсе!
Дөйөм балдар буйынса медицина хеҙмәткәрҙәренең 2026 йылғы турслетында Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының 35+ командаһы беренсе урын яуланы. Икенсе урынға – стәрлетамаҡтар, өсөнсө урынға күмертауҙар сыҡты.
Интеллектуаль, ижади, спорт ярыштарынан торған сараны ойоштороусылар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә бәйгеселәр үҙҙәренең сығыштарынан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, икенсе йылға тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп килергә тип һүҙ биреп таралышты.
Айгөл Ҡылысбаева.
Фотола: Ришат Сарбаев, Илнур Атнағолов, Зөлфәр Дәүләтшин, Рәмис Байгилдин, Борис Абдуллин, Динә Хәбибуллина, Аида Уликанова, Рина Воробьева составындағы еңеүсе команда.
ВРЕЗКа
Оло Һүрәм буйында 150 медицина хеҙмәткәре йыйылды.
Врезка
Сарала шулай уҡ тыуған көндәрен июлдә билдәләгәндәрҙе һәм ошондай уҡ слетта танышып, бер аҙнанан туй үткәрәсәк парҙы (Сибай командаһы) ҡотланылар.
Рауил Халфин, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе:
– Бындай туристик слеттар профсоюздың яҡшы бер йолаһына әүерелә бара. Белорет округынан башлаған инек, шунан башҡа биләмәләр ҙә уны күтәрмәләп алды. Был беренсел ойошмалар рәйестәре өсөн төрлө дауахана коллективтарын берләштереү өсөн шәп мөмкинлек. Нәҡ ошонда яңы идеялар тыуа, һөнәри бәйләнештәр нығына.
Динә Хәбибуллина, Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәре, “35+” командаһы:
– "Беҙ бергә булғанда көслө!" девизы аҫтында үткән слет беҙгә халыҡ һаулығы хеҙмәт итергә яңы көс, дәрт бирҙе, коллегалар менән дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Ҡатнашыусыларҙы бер ҙур ғаиләгә берләштергән, һәр уйындың минутын һанап, һәр конкурсты урынлы ойошторған, һәр бәйгесенең, ҡунаҡтарҙың күңелен аса белгән, һәр кемгә иғтибарлы булған профсоюз рәйесе Гөлкәй Юлай ҡыҙына һәм уның ярҙамсыларына, намыҫлы баһа биргән судьяларға оло рәхмәт! Күңелдәрҙә ҡалған хәтирәләр – һеҙҙең тырышлыҡ!
Элиза Мусакаева фотоһы.