-10 °С
Болотло
1964-се Үтәғол һайлау участкаһында бөтәһе 364 һайлаусы. Сәғәт 10-да шуларҙың 17-һе Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға үҙ тауышын биргән ине.
Иң беренселәрҙән булып 57-се йылғы Рәйлә апай Әбделмәнова килеп һайланы.
Был участкала 18 йәше тулып, тауыш биреүгә хоҡуҡлы алты һайлаусы тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Уларға һайлау комиссияһы тарафынан бүләктәр әҙерләнгән.