Башҡортостанда 17 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә һайлау участкалары асылды. Республикала йәшәүселәр 3 403 һайлау участкаһында, шул иҫәптән дауаханаларҙа, һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, вокзалда, ҡарттар йорттарында тауыш бирергә мөмкин.
Рәсәйҙә теркәлмәгәндәр өсөн Өфөнөң Посадская урамында участка эшләй. 272 тораҡ пунктта 30 мең кеше күсмә участка-автобустарҙа тауыш бирә ала. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға участка һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәренә килә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, һайлау өс көн – 17 сентябрҙән 19-ына тиклем дауам итә. Һайлауҙа 3 миллиондан ашыуыраҡ кеше ҡатнаша, уларҙың 43 меңе тәүге тапҡыр үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙалана.
Башҡортостанда, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш, 29-сы Талбазы, 43-сө Красный Холм, 55-се Беүә һайлау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау, Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер ауыл советтарына һайлау уҙғарыла. Бөтәһе 175 кампания, уларҙың барышында 312 мандат бүленә, өҫтәүенә исемлектәр буйынса тауыш биреү.
https://www.bashinform.ru/news/1645744-v-bashkirii-otkrylis-izbiratelnye-uchastki/