-10 °С
Болотло
1965-се Иҙәш һайлау участкаһында 474 һайлаусы. Тәүге ике көндә, йәғни 17 һәм 18 сентябрҙә шуларҙың яртыһынан күбе, 263 кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Тәүге тапҡыр һайлаусылар – 7 кеше. Әле Азамат Ураҡаев һәм Асҡар Агишев тауыштарын биргән һәм һайлау комиссияһы әҙерләгән бүләктәр алған.
Иҙәштең иң оло кешеһе, 93 йәшлек Рәйсә инәй Фәйрушинаны комиссия ағзалары өйөнә барып һайлатҡандар. Участкала бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә, күҙәтеүселәр эшләй.
Фотола Асҡар Агишев.