Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда һайлауҙың нисек үтеүенә ҡәнәғәтлеген белдерҙе. «Республикала һайлау лайыҡлы уҙҙы, халыҡтың 70 проценты тауыш бирҙе. Барыһы ла ойошҡанлы һәм лайыҡлы үтте, күпселек муниципалитеттарҙа һайлау байрам һымаҡ булһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тырыштыҡ», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, экзитпол мәғлүмәттәре «Берҙәм Рәсәй»ҙең еңеүен күрһәтә, уның өсөн Башҡортостан һайлаусыларының 60% тауыш бирҙе, республикала икенсе урында — КПРФ, өсөнсөлә — ЛДПР.
Сығанаҡ: ИА Башинформ