Бөтә яңылыҡтар

Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә һайлауға яуаплы ҡарай

.

Өлкәндәр һайлауға яуаплы ҡарай
Өлкәндәр һайлауға яуаплы ҡарай

Иҙәш һайлау участкаһында тауыш бирергә иң беренселәрҙән Ғилман Ҡыуандыҡов һәм Эльмира Ураҡаева килде.

Ауылдың иң оло пары Мансур һәм Хәзирә Ҡәҙербавтар, 52 йыл бергә йәшәйҙәр, улар был мөһим бурысты аҙаҡҡы көнгә ҡалдырмаған, тәүге көндө үк килгән. 

Участка рәйесе Айгөл Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, сәғәт 15.00-дә  участкалағы 450 һайлаусының 138-е үҙ тауышын биргән. 

Айнур Ураҡаев һайлау камнпанияһында тәүгә ҡатнаша, уға комиссия рәйесе Айгөл Сәғит ҡыҙы бүләк тапшырған.

Бөгөн шулай уҡ ошо участокҡа ҡараған Лукьяновка ауылына барып, ундағы иң оло инәй 1933 йылғы Мария Константиновна Портнованың өйөнә барып һайлатҡандар. 

#всейсемьей #всейсемьей02 #алгавсейсемьей       #алгавсейсемьейагентствопечати #хорошиеновости

#ВыбираемПрезидента  
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: