0 °С
Ҡар
Һайлау өс көн дауам итһә лә Альберт Камил улы, Дилара Рәшит ҡыҙы һәм Динислам үҙ гражданлыҡ бурыстарын тәүге көндә үк атҡарып ҡуйыуҙы хуп күрҙе.
– Республиканың киләсәге хәл ителгән мөһим саранан ситтә ҡала алмайбыҙ. Әле һайлау йәше етмәһә лә ҡыҙыбыҙ Гүзәл менән улыбыҙ Азат та беҙҙең менән һайлау участкаһына килде, – ти Дилара Рәшит ҡыҙы.
Бына шулай әүҙем тормош позицияһындағы ата-әсә балаларын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй. Афарин, Аҡъюловтар!