Дәмин Марат улы Ейәнсура агросәнәғәт колледжында урынлашҡан 1929-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
- Бөгөн Иҫәнғол ауыл биләмәһе халҡы өсөн өс кимәлле һайлау. Республика Башлығын, район Советына депутаттар һәм ауыл Советына депутаттар һайлайбыҙ. Уларҙың һәр береһе бик кәрәкле һәм дәрәжәле. Беренсеһендә беҙ республикабыҙ киләсәген, уның яҡты киләсәген ышаныслы ҡулдарға тапшырырға тейешбеҙ.
Икенсеһе,, депутаттар корпусы эшлекеле булырға, унда лайыҡлылар үтергә һәм улар беҙҙең райондың киләсәге өсөн күпте эшләргә тейештәр. Ауыл Советына ун депутат һайланасаҡ, улар ҙа һынатмаҫтар, тип уйлайым.
Мин килгән кеүек, бар халыҡ та килер тип ышанам. Барыбыҙ ҙа гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ, киләсәк үҙебеҙҙең ҡулда икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға күрә, һайлау матур, тыныс үтеүен теләге килә. Киләсәгебеҙ яҡты булһын! - ти район хакимиәте башлығы.