Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
27 Апрель , 10:45

Усаҡ – төп хәүеф сығанағы

Йыл һайын яҙ килеү менән янғындар буйынса хәл-торош киҫкенләшә.

Усаҡ – төп хәүеф сығанағы
Усаҡ – төп хәүеф сығанағы

Май байрамдарында күптәр ял итергә тәбиғәткә сыға. Пикникта төп хәүеф сығанағы – ул усаҡ. Бәләкәй генә усаҡтың контролдән сығыуы ҙур бәлә менән янай. Ә ҡайһы берәүҙәр янғын хәүефһеҙлеге тураһында хатта уйлап та ҡарамай.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты урмандарҙа:

– асыҡ ут менән файҙаланыу;

– янған шырпы, тәмәке төпсөгөн ташлау;

– майланған йәки яныусан матдә һеңдерелгән материалдпрҙы ҡалдырыу;

– шешәләр йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырыу;

– ағастар аҫтында, урман болондарында, аҡландарҙа үләндәр, шулай уҡ баҫыуҙарҙа, урманда ҡамыл яндырыу;

– ылыҫлы йәш урмандарҙа, торфлы урындарҙа, ҡырҡындыларҙа, кипкән үләнле урындарҙа, ағас төбөндә усаҡ яғыу тыйылыуы тураһында иҫкәртә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: урман янғындары яҡындағы тораҡ пункттарға күсеүе ихтимал.

ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, уны һүндереү сараларын күрегеҙ. Янғынды үҙ көсөгөҙ менән һүндерә алмаһағыҙ, хәүефһеҙ урынға барығыҙ һәм кисекмәҫтән 112 телефонына хәбәр итегеҙ.

Тәбиғәттә ял иткәндә усаҡ менән һаҡ һәм уяу булығыҙ, ә яҡшырағы – усаҡһыҙ ял итергә өйрәнегеҙ.

Ш. Байназаров, Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторы.

Читайте нас в