Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
20 Июнь 2022, 19:15

Һаҡ булығыҙ: йәшен

Йәшендән һаҡланыуҙың ете юлы

Һаҡ булығыҙ: йәшен
Һаҡ булығыҙ: йәшен

– Ағас төбөндә тормағыҙ - йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай. Ағас оҙонлоғонан ике тапҡырҙан да ашыуыраҡ араға китеп тороу хәйерлерәк. Ергә эләккәндән һуң йәшен тарала башлай. Һуғылған ерҙән арыраҡ киткән һайын, уның көсөргәнеше кәмей бара, ә ток импульсы аҙымлау көсөргәнешен килтереп тыуҙыра. Аяҡтарҙыкиңерәк айырып баҫҡанда, уның тәьҫир көсө тағы ла нығыраҡ була. Тап ошо аҙымлау көсөргәнеше арҡаһында кешегә ҡарағанда мал-тыуар йышыраҡ ҡазалана, сөнки һыйыр йә аттың алғы һәм артҡы тояҡтары аралығы ҙурыраҡ була. Йыш ҡына йәшен һыбайлыны һуға. Ҡағиҙә булараҡ, кеше иҫән ҡала, ә ат үлә.

– Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион позаһы алығыҙ, аяҡтар - бергә. Йәки һыңар аяҡҡа ғына баҫып тороғоҙ (аҙымлау көсөргәнеше хәүефен иҫләгеҙ). Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрҙе бер-нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ. Йәшен һуға ҡалһа, тимер әйберҙәр тәндең яныуына өҫтәмә сәбәп кенә буласағын онотмағыҙ.

– Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡтар, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ алмағыҙ. Бөтә был әйберҙәр асыҡ ерҙә торған үҙ эйәһен үҙенә күрә бер йәшен ҡайтарғысҡа әүерелдерә һәм йәшен һөйрәйәсәк.

– Йәшенле ямғыр үтеүен машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин, сөнки уларҙың тимер корпусы һаҡлағыс экран булдырып, ғалимдар әйтмешләй, "Фарадей ситлеге" булдыра. Уның эсенә йәшен үтеп инмәй, ә ергә "ағып" төшә.

– Өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә лә, каминға ла ут яҡмағыҙ - йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә. Шунлыҡтан, тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙҙырыусыларға мангал янында булырға ярамай. Юғиһә, ризығын ямғырҙан ҡотҡармаҡсы булып, үҙҙәре күмергә өйләнгән осраҡтар ҙа юҡ түгел.

– Лазер указка менән шаярып, йәшенле болотто яҡтырта күрмәгеҙ, уның нуры ла йәшен һөйрәй.

– Кеҫә телефонығыҙҙы һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән ра-диотулҡындар йәшен хасил булыуға сәбәп итеүе бар. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта атмосфера электрланы-уының ҡеүәте артыуы, тармаҡланыуы һәм разрядтар йышлығына мобиль телефон станцияларының күбәйеүе лә тәьҫир итә.

Читайте нас: