Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Октябрь 2022, 11:50

“Иғтибар – балалар!”

Ағымдағы йылдың 9 айында Ейәнсура районында транспорт сараһын йөрөтөүгә хоҡуғы булмаһа ла руль артына ултырған 9  бәлиғ булмағанға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем күләмдә штраф түләү ҡарары сығарылды. Үрге Мәмбәтшанан – бер, Иҙелбәк – бер, Иҫәнғол – 5, Күгәрсен – ике, Яңыбай – бер, Байдәүләт – бер, Назар ауылынан – бер ата-әсәгә, транспорт йөрөтөүгә хоҡуғы булмаған балаһына транспорт сараһын биргәне өсөн, 30-шар мең һумлыҡ штрафтар һалынды. Балаларҙы махсус креслоһыҙ йөрөткән 188 водителгә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан 3-әр мең һумлыҡ штраф тәғәйенләнде. Районда булған аварияла 2 бала тән йәрәхәттәре алды.

“Иғтибар – балалар!”
“Иғтибар – балалар!”

24 октябрҙән 11 ноябргә тиклем районда иҫкәртеү сараһы үтә

2022 йылдың 9 айында республикала 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 368 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 11 бала үлгән, 405-е тән йәрәхәте алған. 

Быйыл аварияларҙың күпселек өлөшө йәйәүле балалар ҡатнашлығында булған. 146 юл-транспорт ваҡиғаһында 3 бала һәләк булған, 147-е йәрәхәтләнгән. Ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡ ҡайтарыусы элемент булмау сәбәпле, өс юл-транспорт  фажиғәһендә 3 кеше йәрәхәт алған. Пассажир балалар ҡатнашҡан 136 авария осрағы теркәлгән. Уларҙа 4 бала үлгән, 166 бала тән йәрәхәте алған. 5 авария осрағында балаларҙы махсус креслоһыҙ йөрөтөлөүе асыҡланған.

Бәлиғ булмағандарҙың транспорт менән идара итеүе һөҙөмтәһендә сыҡҡан авариялар артыуы хәүефкә һала. Балалар йөрөткән мопед һәм уға тиңләштерелгән транспорт сараларында 54 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 3 бала үлгән, 51-е тән йәрәхәте алған. Был аварияларҙың яртыһынан күбе, 29 осраҡ, бәлиғ булмағандарҙың үҙҙәренең иғтибарһыҙлығынан сыҡҡан.

Бәлиғ булмаған велосипедсылар ҡатнашлығында  40 аварияла бер бала һәләк булған, 48-е тән йәрәхәте алған. Шуларҙың һигеҙ осрағында балалар үҙҙәренең иғтибарһыҙлығы менән зыян күргән.

Ағымдағы йылдың 9 айында Ейәнсура районында транспорт сараһын йөрөтөүгә хоҡуғы булмаһа ла руль артына ултырған 9  бәлиғ булмағанға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем күләмдә штраф түләү ҡарары сығарылды. Үрге Мәмбәтшанан – бер, Иҙелбәк – бер, Иҫәнғол – 5, Күгәрсен – ике, Яңыбай – бер, Байдәүләт – бер, Назар ауылынан – бер ата-әсәгә, транспорт йөрөтөүгә хоҡуғы булмаған балаһына транспорт сараһын биргәне өсөн, 30-шар мең һумлыҡ штрафтар һалынды.

Балаларҙы махсус креслоһыҙ йөрөткән 188 водителгә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан 3-әр мең һумлыҡ штраф тәғәйенләнде. Районда булған аварияла 2 бала тән йәрәхәттәре алды.

Балаларҙы юл-транспорт хәл-ваҡиғаларынан һаҡлау өсөн беҙҙең хеҙмәткәрҙәр төрлө профилактик саралар үткәрә. Шуларҙың береһе – 24 октябрҙән алып 11 ноябргә тиклем иғлан ителгән "Иғтибар – балалар!" акцияһы.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға автомобилдәр күп йөрөгән урындарҙа иғтибарлы булыуҙы, юл аша йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙан ғына сығыуҙы талап итегеҙ, ҡағиҙәләрҙе хәтерҙәренә төшөрөгөҙ, юлда һәм юл ситендә уйнамауҙарын һорағыҙ.

Шоферҙарға ла бик иғтибарлы булырға кәрәк, кескәй пассажирҙарҙы мотлаҡ балалар креслоһында йөрөтөү йәки хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу зарур.

Илнур Бакиров, Ейәнсура районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: