Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
22 Ноябрь 2022, 11:27

"Хәләл донъябыҙҙың юҡҡа сығыуы йәнде әсетһә лә, ҡорбандар булмауы, балаларымдың иҫән булыуы мең ҡыуаныс!"

- Бәлә ағас башынан йөрөмәй, тигән әйтемде бер тапҡыр ғына ишетергә тура килмәне үҙ ғүмеремдә. Күптән түгел уның дөрөҫлөгөнә үҙебеҙ ҙә ышандыҡ. Көтмәгәндә йортобоҙҙо ут ялмап, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалдыҡ... Йорт ҡаралтылары, көнкүреш техникаһы, кейем-һалым һанаулы минуттар эсендә көл-күмергә әйләнде... Бөртөкләп йыйған хәләл донъябыҙҙың юҡҡа сығыуы йәнде әсетһә лә, ҡорбандар булмауы, балаларымдың иҫән булыуы мең ҡыуаныс! – ти янғындан зыян күргән йорт хужабикәһе Асия Шәфҡәт ҡыҙы.

5 ноябрҙә Иҫәнғол ауылының Ильясов урамында йәшәгән Шәйәхмәтовтарҙың йортонда янғын сығыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Белгестәр ғаиләгә ҙур матди зыян килтергән был уттың телефон зарядкаға ҡуйылған үткәргестән сығыуы хаҡында хәбәр итте. Йорт хужалары бер нимәһеҙ: кейемһеҙ, документтарһыҙ, аҡсаһыҙ урамда ҡалды.

- Бәлә ағас башынан йөрөмәй, тигән әйтемде бер тапҡыр ғына ишетергә тура килмәне үҙ ғүмеремдә. Күптән түгел уның дөрөҫлөгөнә үҙебеҙ ҙә ышандыҡ. Көтмәгәндә йортобоҙҙо ут ялмап, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалдыҡ... Йорт ҡаралтылары, көнкүреш техникаһы, кейем-һалым һанаулы минуттар эсендә көл-күмергә әйләнде... Бөртөкләп йыйған хәләл донъябыҙҙың юҡҡа сығыуы йәнде әсетһә лә, ҡорбандар булмауы, балаларымдың иҫән булыуы мең ҡыуаныс! – ти янғындан зыян күргән йорт хужабикәһе Асия Шәфҡәт ҡыҙы.

Иркутск өлкәһенән, эштән меңдәрсә километр юлды йомғаҡ йомарлағандай йомарлап ҡыҫҡартырҙай, үтмәҫ ваҡытты үҙе шылдырырҙай булып ҡайтып төшкәнендә янғындан һуңғы мәшхәр таҙартып түгелгән, өйҙө тергеҙеү буйынса эштәр башланған була инде. Шуға күрә ошондай ауыр, һәр береһе үҙ эсенә генә йомолоп йәшәгән заманда яңғыҙ нисек донъяны кире аяҡҡа баҫтырырға тигән уй уны артыҡ уйландырмай.

– Урыҫтарҙың "Мир не без добрых людей" тигән әйтеменә тағы бер ҡат инанып, изгелекле кешеләр беҙ уйлағандан да күпкә күберәк тигән фекергә килдем. Әлегәсә ҙур ярҙам, терәк тоябыҙ. Ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙған, беҙҙең хәлгә күҙ йоммаған, матди һәм рухи ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Барыһына ла оҙон бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Бәлә-ҡаза, ҡайғы, хәсрәт барығыҙҙы ла урап үтһен. Беҙгә күрһәткән ярҙамығыҙҙың һауаптарын насип итһен Аллаһы Тәғәлә. Эргә-тирәбеҙҙә оло йөрәкле, изге күңелле кешеләр йәшәүе менән бәхетлебеҙ!

Әле Шәйәхмәтовтар йорттарын тергеҙеү менән булыша. Төҙөлөш материалдары етерлек алынған.

Рәхмәт белдерәбеҙ!

Ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙған Ейәнсура янғын һүндереү бүлегенә, Иҫәнғол биләмәһе башлығы Р. Мәсәғүтовҡа, район хакимиәте башлығы Д. Юлановҡа, күршеләребеҙгә, дуҫтарға, туғандарға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға, "Ләйсән", Ҡояшҡай", "Тирмәкәй", "Аленушка" балалар баҡсалары, 2-се мәктәп коллективтарына, "Ләйсән" балалар баҡсаһының "Ромашкалар" төркөмө һәм 2-се мәктәптең 8-се "А" класы ата-әсәләренә, хеҙмәттәштәремә, "Бөркөт" ойошмаһына, "Ейәнсура-Фажиғә" төркөмөнә, К&Б магазины хеҙмәткәрҙәренә һәм, әлбиттә, барлыҡ район халҡына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Шәйәхмәтовтар ғаиләһе.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: