Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
5 Июнь 2023, 11:26

“Мал урлау – еңел табыш”

Көндәр йылытыу менән, мал урлау осраҡтары башланды. Тик май айында ғына Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең дежур часына Новониколаевка ауылында йәшәүсенең һарайынан быҙау урларға маташыу осрағы, шулай уҡ Иҙелбәк һәм Казанка ауылдары янынан аттар юғалыуҙың ике осрағы  буйынса хәбәрҙәр килде. Күрше Ҡыуандыҡ районының эске эштәр бүлеге мәғлүмәте буйынса Сабатар ауылы янындағы беҙҙең райондың Үтәғол ауылы менән сиктәш ерҙә ике ат урлау осрағы теркәлгән. Аттар 16-һынан 17 майға ҡарай төндә юғалған.

Мал урлау осраҡтары тураһында мәҡәләләр баҫылып тора, был турала граждандар сходында ла һүҙ йыш ҡуҙғатыла, ошондай енәйәттәрҙең нимәнән сығыу сәбәптәре анализлана. Мал аҫыраусыларҙың төрлө һаҡсыллыҡ саралары ҡулланыуы һәм малдарҙы һаҡлау буйынса бирелгән кәңәштәр ҙә һөҙөмтә бирмәй, урлашыуҙар дауам итә.

Уйланырға сәбәп бар түгелме? Мал көтөү ойошторолмауы, был проблеманы контролдә тотмаған халыҡтың үҙ туйҙырыусыларына ҡарата намыҫһыҙ мөнәсәбәте – бындай осраҡтарға сәбәп булалыр, моғайын. Ейәнсураның ауыл биләмәләрендә ҡулланылған саралар аҙ һөҙөмтәле. Күптәр малдарын ирекле көтөүгә сығара, ҡайһы берәүҙәр уларҙы төнгөлөккә ҡырҙа бәйләп, ҡарауһыҙ ҡалдыра. Ә был мал ҡараҡтарына бик тә уңайлы. Шәхси малға тамға һалынмай, был урланған малҙы таныуҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шулай уҡ малдары юғалғанда көтөлгән урынын, ваҡытын һәм датаһын әйтә алмауҙары, енәйәтте ҡыҙыу эҙҙәр буйынса асыуға ҡамасаулау.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең шәхси составы иҫкәртеү маҡсатында мал урлаған һәм малдарҙы райондан законһыҙ сығарған кешеләрҙе асыҡлау буйынса саралар күрә. Әммә был төр енәйәттәрҙе тулыһынса бөтөрә алмайбыҙ.

Район халҡының иҫенә төшөрәм: Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексына ярашлы, йорт хайуандарын һәм ҡоштарын тотоу һәм көтөү ҡағиҙәләрен боҙған хужа ошо Кодекстың 7.3-сө статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин.

Хөрмәтле райондаштар! Малдарығыҙҙы енәйәтселәрҙән һаҡлау өсөн бар сараларҙы ла ҡулланырға саҡырабыҙ!

Әгәр һеҙгә әҙерләнгән, йә ҡылынған енәйттәр тураһында берәй нимә билдәле булһа, 102, 2-15-15 телефон һандары буйынса дежур часкә шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ. Анонимлыҡ гарантиялана.

Хәбир Танһыҡҡужин, Рәсәй Эске эштәр бүлегенең Ейәнсура районы буйынса полиция начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы.

 

Малды урламаһындар өсөн:

  1. Малығыҙҙы ирекле көтөүлектә ҡалдырмағыҙ.
  2. Көтөүлеккә яҡын ерҙә йөрөгән таныш түгел һәр транспорт сараһына һәм сит кешеләргә иғтибар итегеҙ. Урлашыу осрағы була ҡалһа һүрәтләү өсөн уларҙың билдәләрен, шулай уҡ транспорт сараһының номерын хәбәр итер өсөн иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
  3. Малығыҙ юғалғас та полицияға хәбәр итегеҙ.
  4. Мал юғалыуға юл ҡуймаҫ өсөн урындағы кешеләрҙән ирекле халыҡ дружинаһы булдырырға тәҡдим ителә.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: