Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Июль 2023, 12:01

Йортто янғындан һаҡларға янғынды иҫкәртеүсе прибор ярҙам итәсәк

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе приборҙар социаль ярҙам сараһы булараҡ бушлай бирелгән граждандарға өҫтәп, 2023 йылдың 29 июненән был хоҡуҡ менән түбәндәгеләр ҙә файҙалана ала:

Йортто янғындан һаҡларға янғынды иҫкәртеүсе прибор ярҙам итәсәк
Йортто янғындан һаҡларға янғынды иҫкәртеүсе прибор ярҙам итәсәк

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе приборҙар социаль ярҙам сараһы булараҡ бушлай бирелгән граждандарҙың исемлеге:

  социаль яҡтан хәүефле булған ғаиләләр

  аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр

  бала тапҡан ғаиләләр

  яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкән кешеләр

  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары

  Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары

  һәләк булған (мәрхүм) һуғыш инвалидының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ғаилә ағзалары

  икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары тарафынан ойошторолған концлагерҙарҙың, геттоларҙың, башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәре

  хәрби хәрәкәт инвалидтары

  хәрби хәрәкәт ветерандары

  1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 03 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған “һуғыш балалары”

  2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр (ғариза биреү тәртибендә)

 

2023 йылдың 29 июненән был хоҡуҡ менән түбәндәгеләр ҙә файҙалана ала:

  баҡса, баҡса һәм дача ширҡәттәрендә теркәлгән кешеләр

  шәхси йорттарҙа йәшәүсе пенсионерҙар

 

Автономлы янғын иҫкәртеүсе прибор алыу өсөн ғариза ҡалдырырға кәрәк. Бына бер нисә вариант:

  Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгендә күрһәтелгән телефон буйынса: 8 (347) 272-00-24 (эш көндәрендә 9.00-18.00)

  электрон почта аша: [email protected]

  БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында «Граждандарҙың мөрәжәғәттәре» бүлеге аша

  республика дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша

  Күп функциялы үҙәк аша Ентеклерәк мәғлүмәт - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: