“Терроризм” – латин теленән “ҡурҡыу” тип тәржемә ителә. Ысынлап та бик ҡурҡыныс, бер ниндәй ҡағиҙәгә бойһонмаған, аяуһыҙ һәм кешелекһеҙ һуғыш, сөнки бында төп һөжүм тыныс халыҡҡа һәм балаларға яһала.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ул бигерәк тә йышая бара.
Эпидемия, үлемесле ауырыу кеүек бөтә донъя буйлап таралған был афәттән бер кем дә йәшенеп ҡала алмай. Шуныһы бигерәк ҡурҡыныс: терроризмдың ҡасан, ҡайҙа буласағын күҙаллау мөмкин түгел. “Бындай хәл минең менән бер ҡасан да булмаясаҡ!” – тип бер кем дә ныҡлы ышаныс менән әйтә алмай. Шуның өсөн, һәр кем терроризмдан һаҡланыу ҡағиҙәләре менән таныш булырға һәм экстремаль хәлгә эләккән саҡта үҙен нисек тоторға кәрәклекте белергә тейеш.
Урамда, йәмғиәт транспорттарында, йәки зданиелар эсендә табылған ҡарауһыҙ әйберҙәр менән һаҡ булығыҙ!Террористар шартлатҡысты, күп осраҡта, кешеләрҙе ылыҡтырырҙай әйберҙәр эсенә йәшерә. Мәҫәлән, телефон, туп, йомшаҡ уйынсыҡ. Был әйберҙеүҙ алдығыҙға асып, тотоп ҡарамағыҙ, уның кемдеке булырға мөмкинлеген тирә-яғығыҙҙағы кешеләрҙән, водителдән һорашып белешегеҙ. Ҡайһы бер шартлатҡыстар ныҡ “һиҙгер”. Табылған әйбергә яҡтыртып ҡарамағыҙ һәм эргәһендә телефондан шылтыратмағыҙ. Ҡарауһыҙ әйбер хаҡында тиҙерәк полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ.
Әгәр сумка, пакет, йә төргәкте ҡалдырыусыны күрһәгеҙ, был кеше тураһында күберәк мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ һәм уны полиция хеҙмәткәрҙәренә ентекләп һүрәтләгеҙ.
Эвакуация ваҡытында паникаға бирелмәгеҙ. Һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлағыҙ. Полиция хеҙмәткәрҙәренең күрһәтмәләрен теүәл үтәргә тырышығыҙ. Тәҙрә, көҙгө кеүек быяла булған урындарҙан ситкәрәк ҡасығыҙ.
Күмәк кешеләр төркөмөнән ситтәрәк булығыҙ. Әгәр был мөмкин түгел икән, төркөмдөң уртаһында ҡалмағыҙ.Бер нәмәгә лә тотонмағыҙ, арттан килеүселәр этеп, ҡулығыҙҙы һындырыуҙары мөмкин. Тәгәрәмәҫкә тырышығыҙ, ҡабат тороуы ауыр буласаҡ һәм һеҙҙе тапап китеүҙәре ихтимал. Әгәр ҡолаһағыҙ, башығыҙҙы ҡулдарығыҙ менән ҡаплағыҙ. Аяҡтарығыҙҙы үҙегеҙгә тартып, ҡапыл һикереп торорға тырышығыҙ.
Ҡулығыҙҙан төшөп киткән әйберегеҙҙе эйелеп алырға маташмағыҙ. Ғүмер ҡиммәтлерәк. Аяҡ кейеме сиселһә, йәки бейек үксәле туфли кейгән булһағыҙ, ҡыҙғанмағыҙ, ташлап ҡалдырығыҙ.
Бындай ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ һәм балаларға ла өйрәтегеҙ.
Гөлнур Аллабирҙина.
Әйткәндәй
Был дата Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле. Яңы уҡыу йылын башлаған тантананан һуң, террорсылар 1128 тотҡондо, күпселеге балаларҙы, мина һалынған бинала бикләп тота. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйы үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә. Әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы – балалар.
Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө уңайынан райондың мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында төрлө саралар үтәсәк. Үҙәк китапханала 6 сентябрҙә “Беслан иҫтәлегенә” тигән китаптар күргәҙмәһе һәм “Беслан: оноторға хаҡыбыҙ юҡ”, тип аталған китапхана дәресе буласаҡ.