Мәскәү янында йәшәгән пенсионер ҡатынға ковид менән ауырығаны өсөн 3 мең һум аҡса вәғәҙә иткәндәр. Һөҙөмтәлә ҡатын 300 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Мутлашыусылар тоҙағына Люберцы ҡалаһында йәшәгән ҡатын эләккән. Уның әйтеүенсә, телефондан бик яғымлы тауышлы ҡатын шылтыратҡан. Трубканың теге осондағы ҡатын пенсионерҙың исем-фамилияларын, йәшәү, эш урындарын яҡшы белгән. Үл үҙен Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған һәм шатлыҡлы хәбәр еткергән – имеш, пенсионер ҡатынға совет осоронда эшләгән йылдар өсөн 19 мең һум выслуга һәм ковид менән ауырыған өсөн ярҙам формаһында 3 мең һум компенсация тейеш.
Был һөйөнөслө хәбәргә пенсионер ҡыуанып, телефонына килгән код һәм паролдәрҙе әйтеп бирә. 15 минут эсендә ҡатындың картаһынан 340 мең һум аҡса юҡ була. Ә шылтыратҡан ҡатын юҡҡа сыға.
Был эш буйынса тикшереү ойошторолған.