Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
29 Ноябрь 2023, 12:51

Ейәнсуралар йәнә мутлашыу ҡорбаны булдылар

“Алло, туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны!” Ошондай шылтыратыу ҡабул иткән һәр кемдең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булалыр. Бигерәк тә оло йәштәгеләр ҡаушай һәм мутлашыусылыр тип уйламай. Ышана һәм уларҙың тоҙағына эләгә лә инде. Район эске эштәр бүлеге хәбәр итеүенсә, Ейәнсура пенсионерҙары бер көндә генә мутлашыусыларҙы 335 мең һумға байытҡан. Иң хәүефле, был мутлашыусылар өйҙәренә килгән! Тимәк, улар беҙҙең арала! Ярай әле инәйҙәрҙең һаулыҡтарына зыян килтермәгәндәр... Хаҡлы ялдағыларҙы нисек алдайҙар һәм мутлашыусыларҙы нисек асыҡларға, был турала тулыраҡ САЙТТА

Шулай, 16 ноябрҙә Иҫәнғол ауылында йәшәгән 1938 йылғы гражданка Г.-ның стационар телефонына “ике туған һылыуы Любовь” шылтыратып, уға исеме менән өндәшә. Юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуын, үҙенең ауыр хәлдәлеген һәм ДТП-ла уның ғәйепле булыуын, уға енәйәт эше асырға түләүҙәре тураһында әйтә.

Унан трубканы ир кеше алып үҙен тәфтишсе тип таныта, һылыуы арҡаһында кешенең зыян күреүен һәм эште туҡтатыу өсөн аҡса кәрәк ти. Инәй үҙендә 200 мең һум ҡулаҡса булыуын әйтә. Уны аҡсаны алырға ир кеше киләсәк тип иҫкәртәләр.

Зыян күреүсе шылтыратыусының украин акценты булыуын иҫләп ҡала. Шулай,  киске туғыҙҙар тирәһендә эттәр өрөүенә тышҡа сыға һәм ҡара итеп кейенгән ябыҡ, оҙон ир кешене күрә. Ир өндәшмәй генә аҡса һалынған пакетты ала ла китә. Мутлашыусылар ҡулына эләгеүен ул иртәгәһен, һылыуы Любаға шылтыратҡас ҡына белә. Иң ҡыҙығы шул, инәйҙе полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыусылар тураһында иҫкәрткән, уларҙың  эш итеү юлдары яҙылған листовкалар тапшырған булған.

Икенсе осраҡта ла ир кеше 1937 йылғы гражданка Б.-ға кискеһен стационар телефонына шылтырата Ул инәйгә ҡыҙының аварияға эләгеүе, уны дауалауға ҙур суммала аҡса талап ителеүен хәбәр итә. Ҡатын үҙендә 135 мең һум барлығын һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итәсәгенә ҡушып, ҡайҙа йәшәгәнлеген дә әйтеп һала. Аферистар уға Дима киләсәген, аҡсаны уға бирергә кәрәклеген иҫкәртәләр. 40 минуттан уның фатирына 25 йәштәрҙәге, буйы 170 см тирәһе булған, ҡараһыу сәсле, ябыҡ, европалы йөҙлө, ҡара-һоро күҙле ир килә. Хужабикә аҡсаһын биреп, уның ниндәй машинала китәсәген һорай. Ир, урамда ҡараңғы һәм хәүефле тип, уның артынан бармаҫҡа ҡуша. Шунан ғына әсә ҡыҙына шылтырата һәм уны алдауҙарын белә. Был гражданка ике юғары белемгә эйә, ул да тәртип һаҡсылары тарафынан мутлашыусылар тураһында иҫкәртелгән була.

Мутлашыусылар алдарға маташҡан өсөнсө ҡатындың ҡыҙы түгел, ә улы була. Тик шундай осраҡлыҡ уны мутлашыу ҡорбаны булыуҙан һаҡлай. Уға “табип” шылтыратып, ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуы тураһында хәбәр итә. 1958 йылғы Н. ҡыҙы юҡлығы тураһында әйтә һәм был шылтыратыу тураһында полицияға еткерә. Был осраҡта, әлбиттә, Н.-ға уларға ышанған булып, оҙағыраҡ аралашып, уларҙы  полицияға тоттороу яғын күрергә кәрәк булған да бит...

Иғтибар!

Мутлашыусылар тоҙағына күберәк хаҡлы ялдағылар тарый. Зинһар, һаҡ булығыҙ! Бындай шылтыратыу килһә, иң тәүҙә яҡынығыҙҙың хәлен белешегеҙ. Билдәһеҙ әҙәмдәр менән телефон аша һөйләшеп, ваҡытығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы әрәм итмәгеҙ!

Әйткәндәй, район эске эштәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, курьерҙы тотҡандар. Ул Ырымбур өлкәһенән килгән булған. Был эштәр буйынса тикшереү бара.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: