-4 °С
Ҡар
Алдашыу схемаһы ябай ғына: мутлашыусы ҡорбанға банктағы шәхси кабинетҡа бәйләнгән телефон номерын икенсегә алыштырыуҙы һорап шылтырата, шул уҡ ваҡытта ул үҙен иҫке сим-картаның хужаһы тип таныта,телефонын юғалтҡанда сим-картаһын бергә юғалтыуын әйтә. Видеошылтыратыу аша ҡорбандың аккаунтына яңы номер бәйләнә. Бер аҙ тырышлыҡ, ныҡышмаллылыҡ һәм мутлашыусы – шәхси кабинетта.
Күрәһең, енәйәтселәр DeepFaceLive утилитаһын ҡулланалар. Банктар клиенттарын мутлашыусыларҙан аралау ысулдарын эҙләгән арала, һеҙгә банктағы иҫәптәрегеҙҙе мөмкин тиклем нығыраҡ һаҡларға һәм СМС-хәбәрҙәрҙе иғтибар менән ҡарап барырға кәңәш итәбеҙ.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.