– Илнур Басир улы, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр тураһында көн дә ишетелеп тора. Хәлдәр ысынлап та шулай уҡ насармы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Элегерәк бурҙар ҡул аҡсаһы, әйбер сәлдерһә, хәҙер төрлө алымдар ҡулланып халыҡтың банк иҫәбенән урлайҙар. Был проблемаға бик ҙур иғтибар бирелә. Халыҡтың алданыуына юл ҡуймау өсөн беҙҙең полиция хеҙмәткәрҙәре маҡсатлы эш алып бара, иҫкәртеү сараларын күрә. Мәҫәлән, алдан төҙөлгән графикка ярашлы, район үҙәгенең барлыҡ ойошмаларында йыйылыштар үткәрәбеҙ. Унда алданмау өсөн һаҡлыҡ саралары буйынса мәғлүмәт, кәңәштәр бирәбеҙ. Шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре өй беренсә йөрөп листовкалар тарата, бигерәк тә өлкән быуын кешеләренә ныҡлап аңлатырға тырышабыҙ.
– Ә ауылдарҙа? Улар ҙа ситтә ҡалмайҙыр?
– Юҡ, әлбиттә. Участка уполномоченныйҙары ауыл йыйылыштарында сығыш яһай, башҡа ваҡытта ла иҫкәртеү эше алып бара. Яңыраҡ барлыҡ биләмәләрҙә лә үткән йылды йомғаҡлау йыйылыштарында мин ҙур доклад менән сығыш яһаным. Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағыусылар осрап тора. Сөнки алдау юлдары төрләнә, күбәйә бара. Мутлашыусылар фантазияға бик бай.
– Үткән йылдағы осраҡтарына туҡталғанда,
– 2023 йылда республика буйынса бөтәһе 10182 мутлашыу осрағы теркәлгән. Шуның 4239-ы иҫәптәренән аҡса күсереп алыу. Ә дөйөм. Дөйөм сумма 2,8 миллиардтан күберәк, уйлап ҡарағыҙ! Ә бит был һандар 1,5 миллиардтан артҡаны юҡ ине.
Райондағы күрһәткестәргә килгәндә, былтыр 59 осраҡ теркәлгән. Һандар 2022 йылдағыға ҡарағанда 35-кә артҡан. Быйылғы йылдың ике айын былтырғы ошо ара менән сағыштырыу ҙа һөйөндөрмәй: 7-гә күберәк, йәғни 11 осраҡ теркәлгән. Урланған аҡса күләме ҙур булмаған район өсөн ҡурҡыныс: үткән йылда алданыусылар 4 миллион 400 мең һумдан күберәк аҡсаһын юғалтһа, 2024 йыл башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, был һан 1 миллион 410 меңдән ашып китте.
- Күберәк кемдәр алдана? Мутлашыусылар ҡорбандарында ниндәй уртаҡ сифаттар бар?
– Улар – төрлө ҡатлам кешеләре. Шулай ҙа күпселеген килемдәре юғары булмаған бюджетта эшләүселәр, пенсия йәшендәгеләр тәшкил итә. Шулай уҡ финанс инструменттарын насар белеүселәр йыш алдана.
– Бындай енәйәт тиҙ асыҡланамы? Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусы полицияға мөрәжәғәт итеп, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итә аламы?
– Әлбиттә өмөт итә ала. Тик мутлашыусыларҙы асыҡлау өсөн бик оҙаҡ ваҡыт талап ителә. Күп осраҡта осона сығып та булмай. Улар шул тиклем хәйләкәр, һәр аҙымдарын алдан ныҡлы уйлап, һанап эш итә. Айырыуса үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип танытыусыларҙы асыҡлауы ауыр. Мөмкин түгел, тиһәк тә була.
– Улар бит хатта туғандар булып та шылтырата...
– Эйе. Был алымды мутлашыусылар күберәк оло йәштәге кешеләргә ҡарата ҡуллана. Телефондың теге осонда ярҙам һорап илаған, ҡысҡырған кешенең тауышын ишеткәс, алданыусы ышана шул. Ҡойолоп төшөп, шунда уҡ күпме аҡсаһы барлығын, түләргә әҙер булыуын әйтә. Ул хатта тауыштың ят булыуы ла туҡтатмай.
– Иҫкәртеү даими алып барылғас, ни өсөн халыҡ мутлашыусыларға һаман ышана икән?
– Сөнки беҙ туҡтауһыҙ эшләгән кеүек кеше алдаусылар ҙа буш ятмай. Улар мутлашыуҙың яңынан-яңы юлдарын эҙләй һәм таба ла. 15 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында алдашыуҙың үҙенсәлекле алымы теркәлде. 70 йәшлек ҡатын “Восьмое чувство” тапшырыуын ҡарап ултырғанда экранда йүгереүсе юлда экстрасенстан иғлан күреп, шылтырата. “Экстрасенс”, ҡатындың проблемаһын тыңлағас, ярҙам итергә әҙер булыуын белдерә һәм бының өсөн 580 мең аҡса һорай. Һөҙөмтәлә – ярҙам да юҡ, аҡсанан да елдәр иҫә.
– Шулай ҙа, райондаштарға мутлашыусы ҡорбаны булмаҫ өсөн ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк?
– Банк картаһы мәғлүмәттәрен, шулай уҡ смс-хәбәрҙәрҙәге кодтарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Шылтыратыусы һорауы буйынса бер ҡайҙа ла аҡса күсермәгеҙ. Кеше алдаусы үҙен ФСБ, Прокуратура, Тәфтиш комитеты, полиция хеҙмәткәре тип таныштырыуы мөмкин, иң мөһиме – ышанмағыҙ! Әгәр берәй танышығыҙ ватсапта, телеграмда йәки “Вконтакте” яҙып бурысҡа аҡса һораһа, аҡса күсерер алдынан уға мотлаҡ шылтыратып һөйләшеге. Шулай уҡ, интернетта шикле һылтанмаларға баҫмағыҙ, билдәһеҙ сайттарға инмәгеҙ. Инвестициялар тураһындағы ялған иғландарға ышанып, аҡсағыҙҙы күбәйтәм тип, киреһенсә юғалтып ҡуймағыҙ! Һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ: еңел аҡса булмай!
– Фәһемле һөйләшеү һәм кәрәкле мәғлүмәттәр өсөн ҙур рәхмәт!
Айнә Иманғолова әңгәмәләште.
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы мутшалыуҙы иҫкәртеү маҡсатында “Мошки” тип аталған йәмәғәт телеграм-каналы булдырҙы. Унда ҡушылып, алдашыуҙың яңы алымдары, төрлө осраҡтар менән танышырға, нисек мутлашыу ҡорбаны булмау тураһында файҙалы кәңәштәр уҡырға, һорауҙар бирергә була.