Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
22 Март , 13:13

Кешенең аяуһыҙ дошманы

24 март – Бөтә донъя тубуркулез менән көрәш көнө Ейәнсура районында тубуркулез менән 30 кеше иҫәптә тора. Уларҙың 17-һе актив төркөмдән (I һәм II төркөмдәр). Асыҡ формалағыһы менән 11 кеше сирләй. Иҫәптә торған балалар юҡ. 2023 йылда 18 кеше иҫәпкә алынған. Уларҙың алтауы – пенсия, 12-һе эшкә яраҡлы йәштә.  2024 йылда ике кеше иҫәпкә алынған. Тубуркулез сирен асыҡлау, уның нисек йоғоуы, иҫкәртеү һәм дауалау тураһында сайтта уҡырһығыҙ.

Кешенең аяуһыҙ дошманы
Кешенең аяуһыҙ дошманы

Туберкулез микробактерияһы, кеше организмына эләккәс, оҙаҡ ваҡыт “йоҡлауы” ихтимал. Шулай уҡ һәр инфекция йөрөтөүсенең ауырымауы ла бар. Ауырыуҙың тәүге билдәләре сирләүсенең үҙенә лә, башҡалар өсөн дә беленмәүе мөмкин. Туберкулез процессы әүҙемләшкән осраҡта үҙеңде насар тойоу, аппетит юғалыу, хәлһеҙлек, төнөн ныҡ тирләү, арыу, насар йоҡо, тән температураһының 37-39 градус тороуы, йүтәл, тын быуылыу, күкрәк ҡыуышлығында ҡыйынлыҡ тойоу, ҡан төкөрөү кеүек клиник билдәләр һиҙелә башлай.

Әгәр сир ваҡытында асыҡланмаһа, ауырыуҙың  “асыҡ” формаһы барлыҡҡа килә һәм сирле, бактериялар бүлеп сығарыусы булараҡ, тирә-йүндәгеләр өсөн хәүеф тыуҙыра.

Сирҙе асыҡлау

Сирҙең иртә стадияһын, бигерәк тә балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә, Манту тесы, йәғни туберкулинодиагностика аша асыҡларға мөмкин. Уны дөрөҫ һәм даими үткәреү – туберкулезды иртә асыҡлауҙың хәүефһеҙ һәм ышаныслы ысулы.

Флюорография һәм рентгенография сирҙе ваҡытында асыҡлауҙың төп ысулы булып тора. Сәләмәтлек торошон тикшереп  тороу өсөн уны йылына бер тапҡыр үтеү фарыз. Хәүеф факторҙары булғанда йышыраҡ та тикшерелергә мөмкин. Әйткәндәй, был тикшереүҙең шулай уҡ күкрәк ҡыуышлығындағы шештәрҙе, пневмонияны, йөрәк сирҙәрен, средостенияны һәм башҡа сирҙәрҙе асыҡларға ла ярҙам итә.

Нисек йоға?

Ауырыған кешенән сир йыш осраҡта: һауа-тамсы юлы (йүкергәндә, сөскөргәндә, ҡысҡырып, төкөрөк сәсеп һөйләшкәндә), һауа-саң юлы (насар елләтелгән бина эсендә хәүефле ҡуҙғытыусы булған саң һәм өлөшсәләрҙе йотҡанда) менән;

һирәк осраҡта: алиментар (аҙыҡ-түлек аша, мәҫәлән, сирле хайуандарҙың ите, һөтө) һәм трансплацентар (сирле әсәнән планцета аша сабыйға) юл  аша;

бик һирәк контактлы юл, йәғни сир ҡуҙғытыусы кеше организмына яраланған тире һәм лайлалы тиресә аша эләккән осраҡта йоға.

Иҫкәртеү

Сирҙе иҫкәртеү өсөн БЦЖ иммунизацияһын үтеү, спорт һәм физкультура менән дуҫ булыу, сыныҡтырыу процедураларын яһау, көн тәртибен һаҡлау, яҡшы туҡланыу, шәхси гигиена шарттарын үтәү, насар ғәҙәттәрҙән арыныу кәрәк. Балаларға һәм үҫмерҙәргә ваҡытында – Манту пробаһын, ә  өлкәндәргә рентгенофлюорография үтеү фарыз. Һуңғы йылдарҙа туберкулезды асыҡлау өсөн яңы алым – “диаскин-тест” уңышлы ҡулланыла башланы.

Туберкулезлылар менән аралашҡандарға мотлаҡ фтизиатрҙа тикшерелергә, бер ни тиклем ваҡыт уның күҙәтеүе аҫтында булыу мөһим.

Дауаланыу

Сирләп киткән осраҡта мөмкин тиклем иртәрәк туберкулезға ҡаршы махсус учреждениела (стационар йә амбулатор шарттарҙа) дауалана башлау мотлаҡ. Дауалау оҙайлығы һәм һөҙөмтәһе тап ошонан тора. Был хәүефле сирҙе үҙ аллы еңеп булмай. 

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Табип билдәләгән дарыуҙарҙы даими һәм оҙайлы рәүештә ҡабул иткәндә генә туберкулезды тулыһынса дауаларға мөмкин!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: