ХӘҮЕФЛЕ МОТОТЕХНИКА
Башлыса дауаханаға ауыр тән йәрәхәте менән 12 – 17 йәшлек үҫмерҙәр эләгә. Улар үҙҙәрен ҙурға һанап, шәхси транспорт – питбайк, скутер, мотоцикл алдырғыһы килә. Балаһының үтенеү-ялбарыуҙарына риза булған ата-әсә ныҡлы уйланырға тейеш: ул бындай техникаға идара итә беләме, тейешле экипировкаһы бармы, яуаплылыҡ тойғоһо үҫешкәнме, мәҫәлән, питбайкта ҙур трассаға сығып китмәҫме?
Үкенескә ҡаршы, мототехника айырыуса хәүефле «уйынсыҡ». Ул тән йәрәхәте сәбәпсе булыуы бар. 5 августа Көйөргәҙе районында ҡурҡыныс авария булды: Racer мотоциклы менән ҡаршы килгән Vento мопеды бәрелеште. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 16 һәм 17 йәшлек ике водитель һәләк булған, уларҙың 15 һәм 17 йәшлек пассажирҙары ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, үҫмерҙәрҙең икеһенең дә водитель таныҡлығы булмаған.
ТИМЕР ЮЛДАҒЫ ФАЖИҒӘ
Былтыр августа Ғафури районында, тимер юл киҫелешендә, 15 йәшлек егет һәләк булды. Үҫмер шәхси мотоцикл тураһында хыялланған, шуның өсөн аҡса йыйған, һәр ваҡыт тәртипле генә йөрөгән, әммә бер яңылыш аҙым уның ғүмерен өҙөүгә сәбәпсе булған. Ул тимер юл киҫелешендә
торған машиналарҙы урап үтеп, поезд алдынан сығып өлгөрмәксе була, әммә тиҙлекте дөрөҫ баһаламай.... Бала тиҙ ярҙам килеп еткәнгә тиклем йән бирә.
Быйыл ҡышын бөтә республика Күмертауҙан 16 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өсөн доғала булды. Егет рөхсәт ителмәгән урында тимер юл аша сығырға ҡарар итә. Өҫтәүенә, башында – капюшон, ҡолағында ҡолаҡсындар була, шуға күрә яҡынлашып килгән поездың тауышын ишетмәй. Үҫмерҙе ауыр хәлдә дауаханаға илтәләр. Табиптар ике ай дауамында уның ғүмере өсөн көрәшә, әммә, үкенескә ҡаршы, мөғжизә булмай...
Балаларға бәләкәй саҡтан тимер юлдың хәүефле урын булыуын, айырыуса һаҡлыҡ талап итеүен аңлатырға, яҡынлашып килгән поездан хәүефһеҙ арауыҡҡа китергә, йәйәүлеләр өсөн тәғәйен үткәүелдәр һәм күперҙәр аша ғына сығырға, ҡолаҡсындарҙы алырға, мобиль телефонға әүрәмәҫкә өйрәтергә кәрәк. Машинала тимер юл киҫелеше аша үткәнегеҙҙә балағыҙға ошо хәүефтәр тураһында һөйләгеҙ, семафорҙарҙың сигналын теүәл үтәп, уға үҙегеҙ өлгө күрһәтегеҙ. Бала кесе йәштән тимер юлдың уйын урыны булмауын аңларға тейеш. Үтеп барған поездарға ҡар йомғағы, таш ташларға, рельстарға ниндәйҙер әйберҙәр һалырға, яҡынлашып килгән поезд менән бергә платформа буйлап йүгерергә ярамай.
ХӘҮЕФҺЕҘ САМОКАТ?
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәй башынан төрлө тән йәрәхәттәренә бәйле медицина ярҙамы һорап 13,5 мең бала мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр итте. Тәндең төрлө өлөштәре яраланыу, һөйәк һыныу, баш мейеһе зыян күреү кеүек күренештәрҙең төп сәбәптәре – ролик, велосипед, өй янындағы батуттар һәм самокаттар.
– Беҙҙә айырыуса электр самокаты киң таралды. Унда йөрөүҙең киң таралған эҙемтәләре – беләк һәм яурын һөйәктәре һыныу, – ти Айрат Рәхмәтуллин. – Статистиканан күренеүенсә, аҙна һайын һәр бер балалар йәрәхәте пункты 4-5 бәләкәй пациентты металл конструкция ҡуйыуға бәйле ҡатмарлы операцияға йүнәлтә.
Министр ҡолаған саҡта үҙеңде дөрөҫ тотоу мөһимлеген иҫкәртә. Тәндең өҫкө өлөштәрендәге һөйәк һыныуҙың төп сәбәбе шунда: кеше ҡолап барғанда инстинктив рәүештә ҡулын алға һуҙа һәм бөтә кәүҙәһе менән ошо ҡул өҫтөнә төшә.Шулай уҡ аяҡтың енсек һөйәге һыныу осрағы ла йыш теркәлә.
Самокат һатып алған осраҡта ата-әсә балаһына юлда үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен дә ныҡлы төшөндөрөргә тейеш: автомобиль юлында йөрөмәҫкә, юл аша атлап сығырға, йәйәүлеләрҙе үткәрергә, ҡолаҡсын кеймәҫкә, мотлаҡ шлем, тубыҡ һәм терһәктәрҙе һаҡлағыста булырға.