Еңел аҡса артынан ҡыуып, енәйәт юлына баҫыу бер ҡасан да яҡшы тамамланғаны юҡ. Әммә төрлө алдаҡ ярҙамында, хәйләле аҙымдар менән байлыҡҡаә эйә булырға тырышыу осраҡтары кәмемәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ололар, хатта билдәле табиптар, артистар, уҡытыусылар ҙа юҡ-юҡ та мутлашыу ҡорбаны булып ҡуя.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса штабы хәбәр итеүенсә, һуңғы ете айҙа республиканың урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусыларына ҡарата 10 млн 866 мең һум суммаға ун мутлашыу факты ҡылынған. Шуларҙың туғыҙында (8 млн 449 мең һум) – банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм башҡа ойошма “вәкилдәре” шылтыратҡан. Ә бер осраҡ инвестиция (биржа, ставка) буйынса теркәлгән.
Мәктәп уҡытыусыларына килгәндә, улар тағы ла күберәк алданған – 2024 йылдың ете айында дөйөм суммаһы 60,930284 млн һумлыҡ 56 факт теркәлгән! Күпселек аҡсаһын һаҡлыҡҡа һалам тип, ҡолаҡ ҡаҡҡан. 43 осраҡта – 29 миллион 134 мең һум! Алданыусылар араһында шулай уҡ инвестицияла аҡса эшләргә ниәтләгән, бурысҡа биреп торған, “Авито”ла әйбер һатып алырға уйлағандар бар.
Анһат ҡына аҡса эшләргә уйлап, мутлашыусылар ҡулына техникум-колледж, училище студенттары, мәктәп уҡыусылары йыш ҡына эләгә. Улар курьер ролен үтәйҙәр. Һөҙөмтәлә – улар хөкөм эскәмйәһендә, ә аферистар “ҡоро” ҡала. Ағымдағы йылда “Туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте” тигән схема буйынса 27 курьер тотолған. Уларҙың 15-е – уҡыусылар, 12-һе – студенттар.