Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ә һеҙгә мутлашыусылар шылтыратамы?
Альбина, уҡытыусы:
– Шылтыраттылар, матур итеп һөйләштеләр. Әллә гипноз аҫтында булдым инде, бер банкта кредит картаһы астым. Улар ҡушҡан һәр нәмәне тейешенсә үтәнем, иң аҙаҡҡы процедураға барып етеп, паролде һорағас, ҡапыл башыма һуҡҡан кеүек булды. Телефонымды һүндерҙем дә ҡуйҙым. Ә мин оло кеше лә түгел, шуларға ышанып карта асып ултырғаныма һаман аптырайым. Үҙебеҙ балаларҙы мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫкә өйрәтәбеҙ, оло йәштәге әсәйемә ситтәр менән һөйләшмә, тип әйтеп кенә торам. Уларҙың шул тиклем оҫта теленә, кешене ышандыра белеүенә иҫ китерлек!
Светлана, хеҙмәткәр:
– Телефон аша ғына түгел, “Вконтакте” социаль селтәре аша алдайҙар бит. Бер заман һылыуым булып башҡортса яҙып аптыратҡайнылар. Аҡса һорай был хәҙер. Аңлап ҡалдым да: “Матур итеп башҡортса яҙ әле”, тип әйтәм быға. Тәржемә итеп яҙып ултырҙымы икән, был: “А у нас весна”, тип яҙып ебәргән. Моғайын, яҙ-пиши тигәнде яҙ-весна тип тәржемәләгәндер. “Вы же мошенник, мин хәҙер полицияға мөрәжәғәт итәм” тип яҙһам, “Пошла к черту” тип яҙҙы ла юҡ булды ул.
Лилиә, медицина хеҙмәткәре:
– Шул тиклем ҡурҡытып бөтөргәндәр, ят номерҙы бөтөнләй алмайым. Элегерәк сит кешеләр шылтыратһалар: “Мин русса белмәйем, башҡортса һөйләгеҙ”, – тип йонсотоп бөтә торғайным үҙҙәрен. Һуңынан әрләп һалып ҡуялар. Әле бит ишетелеп тора, врачтар, уҡытыусылар, магазин хужалары миллионлап аҡсаларын күсерә мутлашыусыларға. Ябай халыҡҡа, бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә нимә ҡала инде?!
Эйе, һуңғы йылдарҙа кеше хаҡына байырға теләгән мутлашыусылар бигерәк күбәйеп китте. Уяу булайыҡ, хәләл аҡсабыҙҙың бәрәкәтен күрәйек, яҡындарыбыҙҙы, ололарҙы мутлашыу ауынан аралайыҡ.