Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
1 Декабрь 2024, 11:25

Был ауырыу йоҡламай

 1 декабрь - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө Ейәнсура районында йәшәгән 40 йәштәге ғаилә башлығы бер мәл сирләп китә. Хәлһеҙләнгән, аппетиты юғалған, ябыға башлаған был ир дауаханаға килә. Ай буйына тикшерелә, анализдар тапшыра. Табиптар ауырыуҙың сәбәбен таба алмай. Дауаханаға ятҡас та ауырыуы көсәйә барғас, уны Күмертауға күсерәләр. Ул реанимацияла йән бирә. Унда ВИЧ-инфекция асыҡлана. Ситтә һаҡланмайынса осраҡлы енси бәйләнешкә ингән был ғаилә башлығы үҙе ауырып китеп, ғүмере өҙөлөүҙән тыш, ҡатынына ла йоҡторорға өлгөрә...  

Был ауырыу йоҡламай
Был ауырыу йоҡламай

Был районда булған күңелһеҙ хәлдәрҙең береһе генә.

Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы табип-инфекционисы Динара Рәжәпова әйтеүенсә, бөгөн районда ВИЧ йөрөтөүсе 74 кеше иҫәптә тора. Күпселеге, йәғни 55,6 проценты – ир-аттар. Сир яңы асыҡланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 73 проценты бала табыуға һәләтле йәштә. Улар барыһы ла антиретровирус терапия ҡабул итә. 

!2024 йылда Ейәнсура районында ВИЧ алты кешелә асыҡлаған. Вирус йөрөтөүсе бер кеше үлгән.

Кеше ВИЧ йөрөтөүен белмәҫкә мөмкин

СПИД – иммунодефицит вирусы барлыҡҡа килтергән йоғошло ауырыу. Был вирус организмдың һаҡланыу системаларының мөһим күҙәнәктәрен юҡҡа сығара. Шуға организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай. ВИЧ-инфекцияның һуңғы стадияһы СПИД ауырыуы тип атала.

Кеше ауырыуҙы йоҡторғандан алып СПИД осорона тиклем йылдар дауамында ғәҙәти тормошта йәшәй. Был осорҙоң күпмегә һуҙылыуы кешенең үҙенән генә тора. Наркотиктар, алкоголь, шул иҫәптән һыра, тәмәке иммунитетты юҡҡа сығара һәм процесстың үҫешенә булышлыҡ итә.

Кеше йылдар дауамында ВИЧ йөрөтөүен уйлап та бирмәҫкә мөмкин. Әммә иммунитет түбәнәйгән һайын ВИЧ йөрөтөүселә ғүмеренә ҡурҡыныс менән янаған янаған туберкулез, токсоплазмоз, яман шеш һәм башҡа ауырыуҙар барлыҡҡа килә.

Нисек йоға?

Вирус йоҡтороуҙың өс юлы билдәле: 

–  енси: презервативһыҙ енси актта (сперма һәм еңсә көпшәһе аша), туҡтатылған енси акт ВИЧ инфекция йоғоуынан һаҡламай;

– паренталь (ҡан аша): наркомандарҙың уртаҡ шприцтары (бер шприц менән ҡулланыуҙары), сирле (ауырыу йоҡҡан) инструмент (ҡорал) менән татуировка эшләү;

–   вертикаль (әсәнән балаға): ауырлы ваҡытта, бала тапҡанда, күкрәк һөтө менән туйындырғанда.

Нисек йоҡмай?

–   көнкүреш бәйләнештәрҙә;

–   йәш, төкөрөк, тир аша (был шыйыҡсаларҙа вирус бик әҙ күләмдә);

–   көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, китап, кейем-һалым, эске кейем һәм аяҡ кейеме аша;

–   спорт һәм һыу процедуралары менән шөғөлләнгәндә;

–   ҡан һурыусы бөжәктәр тешләүе аша (серәкәйҙәр, себендәр, талпандар).

Нисек асыҡлайҙар?

Ҡиәфәтенә ҡарап, кешенең ВИЧ йөрөтөүен белеп булмай. Иммунодефицит вирусы кеше ҡанына эләгеү менән иммун системаһы һаҡланыу маҡсатында антиматдәләр эшкәртеп сығара башлай. ВИЧ-инфекцияны махсус лабораторияла үткәрелгән иммуноферментлы анализ ярҙамында билдәләйҙәр.

Организмда вирус булып та ВИЧ-ты билдәләүсе тест, ҡаршы тәндәрҙең әҙ булыуы арҡаһында, кире һөҙөмтә бирергә мөмкин. Был осор «серонегатив тәҙрә» тип атала. Шуға күрә шикле осраҡтарҙа тикшереүҙе 3-6 айҙан һуң ҡабатларға кәрәк.

 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: