Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
9 Декабрь , 17:58

БОҘҘА ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Халыҡ ҡыш еткәнен һағынып көтөп ала. Ҡыш үҙенең үҙенсәлекле матурлыҡтары менән бергә ҡайһы бер хәүефле яҡтары менән дә билдәле. Бала-саға боҙҙа уйнағанда, ир-ат боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда, йылға аша сыҡҡанда йыш ҡына хәүефле осраҡтар килеп сыға ла инде.

БОҘҘА ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
БОҘҘА ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
Ҡышҡы һыу айырыуса ҡурҡыныс. Ни өсөн тигәндә, тән температураһының тиҙ төшөүе кешене фалишҡа килтерә һәм кеше хәрәкәт итә алмай, тонсоғоп һәләк була.
 
Боҙға ҡар ятһа, бүтән урында боҙ ҡалынлығы 10 сантиметр булғанда ла, ҡар аҫтында 3 сантиметр ғына тәшкил итеүе мөмкин. Көҙ, яҙ осоронда төркөм менән боҙ аша сыҡҡанда кешеләр араһы 5-6 метр булырға тейеш. Саңғы менән йоҡа боҙ аша сыҡҡанда аяҡ кейемен саңғының бауынан ысҡындырырға кәрәк. Шулай уҡ саңғы таяҡтарының бауын ҡулдан ысҡындырыу ҙа дөрөҫ булыр. Был осраҡта рюкзакта бер яурынға ғына аҫырға кәрәк. Таяҡтар менән төртөп, боҙҙо тишергә лә мөмкин.

Ҡая аҫтарынан сығып, йылғаларға ҡойған шишмә һыуҙары йылыраҡ була, шуға күрә ул тирәлә боҙ һәйбәтләп туңмай, туңһа ла бик йоҡа була.

Балыҡ тотҡанда (бигерәк тә көҙ, яҙ айҙарында) бер урында боҙҙа күп тишектәр тишергә ярамай. Шулай уҡ бер урында күмәк кеше урынлашыуы ла дөрөҫ түгел. Һәр балыҡсы үҙе менән 12-15 метр оҙонлоҡта ныҡлы бау алып йөрөргә тейеш. Бауҙың осона 400-500 грамм ауырлыҡта йөк тағырға, ә икенсе осон тотонорлоҡ итеп көрмәргә кәрәк.

Боҙ йоҡа булғанда балаларҙың тауҙан һыу яғына ҡарап сана, саңғы шыуыуы ла һәләкәткә килтереүе мөмкин. Ҡыҫҡаһы, боҙҙа бик һаҡ булырға кәрәк. Минең менән был хәл килеп сыҡмаясаҡ, тип уйлау дөрөҫ түгел.
Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Боҙҙа һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: