Мәктәптәрҙә был турала һөйләшеүҙәр даими рәүештә алып барыла, радио-телевизорҙан көн дә тиерлек һөйләп торалар, гәзит-журналдарҙа ла күп баҫыла, интернет киңлектәрендә лә мәғлүмәт етерлек. Ә инде бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе була ҡалһа, аптырайбыҙ. Әммә, ҡайһы бер үҫмерҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен бындай осраҡтар ҙа туҡтатмай...
– Әсәй, атай! Дуҫыма мотик алып биргәндәр, миңә лә кәрәк! Меҫкен булып йөрөмәйем бит инде. Алмаһағыҙ, тимәк, мине яратмайһығыҙ!
– Алабыҙ, улым, әлбиттә! Кәм-хур булып йөрөмәйһең инде...
Шулай яуаплаған ата-әсә балаһына юғары хәүеф сығанағы алырға риза булыуын аңлаймы икән? Ниндәйҙер тимер киҫәге өсөн ғәзиз балаңдың ғүмеренә ҡурҡыныс янауын аңларға була бит... Был – таяҡтың бер яғы. Икенсе яғы ла ярайһы ғына осло. 16 йәше тулмаған үҫмер мопед йәки скутер менән идара итеп тотолған хәлдә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уға 5000 һум күләмендә штраф сәпәйәсәк. Ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатыласаҡ. Уны тейәү, алып барыу, бушатыу өсөн дә, әлбиттә, хоҡуҡ боҙоусы түләй. Был да кеҫәгә ныҡ ҡына һуғасаҡ.
Үрҙә яҙылғандарҙы уҡып, бәлки кемдер: “Һе, ул ғына нимә ул, түләйбеҙ беҙ уны!” – тиер. Эш бының менән генә бөтмәй әле. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ боҙоу тураһында мотлаҡ тейешле органдарға, йәғни бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙарға рапорт менән мөрәжәғәт итергә бурыслы. Бына шунда башлана ла инде... Ата-әсәгә водитель таныҡлығы булмаусы балаһына транспорт сараһын биргән өсөн 30 мең һум күләмендә штраф түләргә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ бала тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешле кимәлдә башҡармаған өсөн улар менән инспекторҙар эш алып барасаҡ. Бала иһә алты айға профилактик иҫәпкә ҡуйыла. Ә был – кеше яҙмышында ғүмерлеккә ҡала торған тап. Махсус базаға индерелгән был мәғлүмәт юйылмай, һаҡлана. Тимәк, был үҫмер киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау менән бәйле уҡыу йортона инә алмаясаҡ.
Мопед менән идара итеп икенсе тапҡыр тотолған балаларға яза тағы ла ҡатыраҡ: улар 30 тәүлеккә Стәрлетамаҡта урынлашҡан ваҡытлыса тотоу үҙәгенә ебәрелә. Унда хоҡуҡ боҙоусылар менән психолог эшләй, профилактик һәм тәрбиә эштәре алып барыла.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Уйланығыҙ, балаларығыҙ ошондай күңелһеҙ йәки фажиғәле хәлдәргә тарыуын теләр инегеҙме?
Әйткәндәй...
Йыл да 10 апрелдән 31 октябргә тиклем ЮХХДИ тарафынан бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау буйынса оператив-профилактик операция үткәрелә. Ошо сара барышында үткән йылда 16 үҫмер яуаплылыҡҡа тарттырылһа, быйыл 13 майға ҡарата уларҙың һаны – ете. Улар араһында автомобиль менән идара итеүсе үҫмерҙәр, хатта ҡыҙҙар бар.