Мейес яҡҡанда
Ауылдарҙа янғын йыш ҡына мейестән сыға. Өй һәм гараждарҙы утын яғып йылытҡан осраҡта, мейестең торошона иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә кәрәк. Ут сығыу башлыса мейестең үтә ҡыҙыу булыуы, кирбестәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеүе, яғып ебәреү өсөн еңел тоҡаныусан шыйыҡса йәки яғыулыҡ ҡулланыу, ҡуҙ төшөү сәбәпле килеп сыға. Шуға ла түбәндәге талаптарҙы инҡар итмәгеҙ:
Электр менән йылытғанда
Көнкүреш электр йылытыу приборҙары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу ҙа янғын сәбәбе булып тора.
Көндәр һалҡынайыу менән ҡулланыуға өҫтәмә йылылыҡ сығанаҡтары – каминдар, рефлекторҙар, калориферҙар, ҡулдан яһалған электр йылытҡыстар сыға. Улар электр сымына көсөргәнеште арттыра. Электр сымы иҫке, ә электр йылытҡысы ҙур ҡеүәтле булһа, бигерәк тә ҡулдан яһалған булһа, янғын хәүефе бермә-бер арта.
Өйҙә янғын сыҡмаһын өсөн заводта эшләнгән, йылылыҡты көйләү системаһы булған йылытҡыс ҡулланығыҙ. Уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ҡормалар һәм мебель менән йылытыу приборҙары араһында хәүефһеҙ арауыҡ ҡалдырығыҙ. Балаларға электр йылытыу приборҙары менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Электр селтәренә көсөргәнеште арттырмағыҙ. Розетка һәм утты һүндереү ҡоролмаларын төҙөк тотоғоҙ, ваҡытында йүнәтегеҙ йәки алмаштырығыҙ. Электр йылытыу приборҙарын төнгөлөккә ҡабыҙып ҡалдырмағыҙ, улар өҫтөндә кейем киптермәгеҙ.
Иң яҡшыһы: хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Рәис Ирғәлиев, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығындағы 15-се янғын ҡотҡарыу отрядының 77-се янғын-ҡотҡарыу часының 1-се ҡарауыл начальнигы.