Һаҡ булығыҙ!
28 Апреля , 18:47

Һәр саҡ халыҡ именлеге һағында

.Фотола: 77-се янғын часы начальнигы Венер Әхмәҙиев, отделение командиры Эльдар Сабиров, диспетчер Лариса Ильясова, водителдәр Ҡасим Дауытов һәм Рөстәм Ноғоманов, янғын һүндереүсе Эдуард Пальгуев һәм Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең өлкән инспекторы, эске хеҙмәт капитаны Александр Жиров сираттағы дежурға баҫты.

Һәр саҡ халыҡ именлеге һағындаҺәр саҡ халыҡ именлеге һағында
Һәр саҡ халыҡ именлеге һағында

30 апрель – Рәсәй Янғын һағы көнө

Иңдәрендә – яуаплылыҡ һәм уяулыҡ

Янғын һүндереүселәр хеҙмәте – һәр заманда ла иң хәүефле һәм кәрәклеләрҙең береһе. Башҡалар ҡасҡан урынға улар беренсе булып килә һәм үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше именлеге һағына баҫа. Ҡатмарлы шарттарҙа эшләү, кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һәм хәүефһеҙлеген, мөлкәтте һаҡлауға бәйле ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү улар иңенә төшә.

Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәтенә ҡараған 77-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы штатында 32 хеҙмәткәр иҫәпләнә, улар тәүлек әйләнәһенә халыҡ именлеге һағында тора. Янғын часы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 13 янғын осрағы булып, бер кеше һәләк булһа, былтыр ошо уҡ арауыҡта алты тапҡыр ут сыҡҡан, кеше үлеме теркәлмәгән.

– Беҙҙең һөнәр, тәү сиратта, мәртәбә, сөнки ул ир-егеттәргә генә хас көс, яҡшы физик әҙерлек, булдыҡлылыҡ талап иткән хеҙмәт. Граждандарҙың ғүмерҙәре, уларҙың милке өсөн яуаплылыҡ беҙҙең иңдә ята. Коллектив берҙәм, дуҫ, һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, улар менән ғорурланам – үҙ бурыстарын, эштәрен намыҫ менән башҡаралар,  – ти янғын һүндереү-ҡотҡарыу часе начальнигы Венер Әхмәҙиев.

Венер Алвирт улы Рәсәй – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында утыҙ йыл хеҙмәт иткән тәжрибәле белгес, ике йыл элек 77-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часын етәкләүҙе ышанып тапшырғандар.

Янғын һағында егерме йыл һәм унан да күберәк  эшләгән хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Улар: Ҡасим Дауытов, Иван Захаров, Ғәзимйән Иҫәнгилдин, Руслан Ишкилдин, Эльмира Мальбахова, Рил Мостаев, Шамил Нуғаев, Александр Родионов, Илфат Сәйфетдинов һәм Илфат Хәсәнов. Янғын һүндереүсе һөнәре, һис шикһеҙ, ауыр, шул иҫәптән әхлаҡи яҡтан да. Эштә алған ауыр кисерештәрҙән арыныуға һәр кем үҙ шөғөлөн тапҡан: кемдер умарта тота, кемдер төҙөлөш менән шөғөлләнә, күптәре ярҙамсы хужалыҡ алып бара икән.

Тәүлек әйләнәһенә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ла ҡарамай һәр саҡ халыҡ именлеге һағында тороусыларҙың, мәрхәмәтле һәм шул ваҡытта хәүефле һөнәрҙәренә тоғро ҡалыусыларҙың барыһына ла тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтке килә. Уларҙың ауыр эштәрендә уңыштар, тыныс көндәр, төндәр теләйбеҙ! 

 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас