Һаҡ булығыҙ!
21 Мая , 11:31

Хаталарға урын юҡ!

Легенда буйынса, Иҫәнғол ауылының Интернациональ урамы, 15 адресы буйынса урынлашҡан газды көйләүсе пунктта шартлау була. Шартлы “ғәҙәттән тыш хәл”де бөтөрөү буйынса эш оператив хеҙмәттәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙың йыйылыуы менән башланды.

20 майҙа Иҫәнғол ауылында “Газпром газ бүлеү Өфө” акионерҙар йәмғиәтенең Күмертауҙағы филиалы комплекслы уҡыуҙар үткәрҙе. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү буйынса ошондай уҡыуҙар даими ойошторолһа ла, быныһы республикала иғлан ителеп торған пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефенә бәйле, сираттан тыш үткәрелде.

Легенда буйынса, Иҫәнғол ауылының Интернациональ урамы, 15 адресы буйынса урынлашҡан газды көйләүсе пунктта шартлау була. Шартлы “ғәҙәттән тыш хәл”де бөтөрөү буйынса эш оператив хеҙмәттәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙың йыйылыуы менән башланды.

“Газпром газ бүлеү Өфө” АЙ-һының Кумертауҙағы филиалының баш инженеры Андрей Никитенконың етәкселеге аҫтында үткән уҡыу-күнекмә дәресендә газ селтәрҙәрендәге ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүҙә бер нисә хеҙмәт: “Тиҙ ярҙам”, янғын һүндереүселәр, полиция, электриктар ҡатнашты. Сөнки, етди авария осрағында, бигерәк тә кеше ғүмеренә хәүеф янағанда, “04” хеҙмәте экипаждарына һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, башҡа бөтә хеҙмәттәр менән аныҡ эш итә белеү ҙә талап ителә.

Хеҙмәттәр тиҙ һәм яраҡлашып эшләп, “еңеп сыҡты” – хәүефһеҙлек тәьмин ителде! Бындай “ғәҙәттән тыш хәлдәр” күнекмәләрҙә генә булһын.

ЦИТАТА

“Газпром газ бүлеү Өфө” АЙ-һының Кумертауҙағы филиалының баш инженеры Андрей Никитенко:

– Бындай уҡыуҙар барлыҡҡа килгән авария хәлдәренең эҙемтәләрен локалләштереү һәм бөтөрөү күнекмәләрен камиллаштырырға ярҙам итә. Хеҙмәткәрҙәр ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер булырға тейеш. Әгәр ысынлап та бәлә була ҡалһа, хаталарға урын ҡалмай, төҙәтергә лә ваҡыт булмаясаҡ.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас