

"Гисметео" сервисы хәбәр итеүенсә, августың тәүге ике аҙнаһында эҫе көндәр һаҡлана. Һауа температураһы - уртаса +25 градус , күк йөҙө аяҙ булыуы күҙаллана.
Ай уртаһында Башҡортостан күген болоттар ҡаплаясаҡ. Көн һайын ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Әммә һауа температураһы үҙгәрмәй.
Август аҙағы сағыштырмаса һалҡын, +20, +21 градус булыуы ихтимал. Яуым-төшөм айҙың һуңғы көндәрендә генә була, тип фаразлай "Гисметео"