Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
16 Август 2021, 10:27

Был аҙнала һауа торошо нисек буласаҡ?

Томан һәм ғәҙәттән тыш янғын хәүефе: Башҡортостанда аҙна башында эҫе була. 

Башҡортостанда был аҙнала 30-градуслыҡ эҫелек һаҡлана. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе ғәҙәттән тыш янғын хәүефе дауам итә.

«Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр», — тип белдерҙе синоптиктар.

Әйткәндәй, республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 15 авгусҡа мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан урмандарында яңы дүрт янғын сығанағы теркәлгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 22 гектарға еткән. Иң ҙур участка — Бөрйәндә (15 гектар), Әбйәлилдә (4 гектар), Ейәнсурала (2 гектар), Учалыла (1 гектар). Республикала янғындарҙың дөйөм майҙаны 1325, 7 гектарға еткән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: