Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
6 Сентябрь 2021, 11:35

Синоптиктар ҡырау төшөүөн билдәләй

Башгидрометүҙәк ниндәй һауа торошон вәғәҙә итә

Синоптиктар ҡырау төшөүөн билдәләй
Синоптиктар ҡырау төшөүөн билдәләй

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 6 сентябрҙә, республикала яуым-төшөм, көньяҡ-көнсығыш буйынса талғын ел көтөлә.

Термометр бағанаһы +12...+17 градус күрһәтәсәк.

7, 8 сентябрҙә урыны менән ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә +2...+7 градус, әгәр аяҙайтһа, 0...-3 градусҡа тиклем һыуытыу һәм ҡырау төшөү күҙаллана. Көндөҙ +11...+16 градус.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: