Иртәгә, 21 сентябрҙә, Башҡортостанда аномаль күренеш көтөлә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, иртәгә республикала һауа температураһы -6 буласаҡ. Шуға күрә халыҡты иғтибарлы булырға саҡыралар.

Бигерәк тә, электр йылытҡыстар менән ҡулланыусыларға иғтибарлы булыр кәрәк. Электр приборҙарының хәүефһеҙлегендә һәм яҡшы эшләүендә инанығыҙ. Төнгөлөккә һәм өйҙән сығып киткәндә уларҙы һүндерергә онотмағыҙ!

Баҡсағыҙҙан уңыш әле йыйылмаған булһа, уларҙы ҡапларға, һауыттарҙан, шлангтарҙан һыуҙы түгергә ономағыҙ!