Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
21 Сентябрь 2021, 09:49

Был аҙнала республикаға әбейҙәр сыуағы килә

Һалҡын осорҙан һуң, Башҡортостанға әбейҙәр сыуағы тип йөрөтөлгән көҙгө йылы килә.

Һалҡын осорҙан һуң, Башҡортостанға әбейҙәр сыуағы тип йөрөтөлгән көҙгө йылы килә. Бөгөн республикала көндөҙ +11 градусҡаса йылыта. Аҙна уртаһында Өфөлә ҡояшлы, ҡоро һәм йылы һауа торошо көтөлә. Ял көндәрендә — 25 һәм 26 сентябрҙә генә тәүлегенә 2 миллиметрға тиклем бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Октябрь башланғансы көндөҙгө сәғәттәрҙә Башҡортостандың үҙәк райондарында 10 градус тирәһе йылы була.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: