Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
21 Февраль 2022, 10:45

Көндәр йылы торасаҡ

Бөгөн епшек ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.

Көндәр йылы торасаҡ
Көндәр йылы торасаҡ

Бөгөн епшек ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 2-3 градус йылы.

22 февралдә республикала бер аҙ епшек ҡар яуыуы мөмкин. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 3-8 градус һалҡын, аяҙытҡанда 12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ шулай уҡ 3 градус һалҡын.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: