Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
22 Апрель 2022, 09:50

Һауа торошо

Бөгөн һәм иртәгә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә алдағы ике көндә һауа торошо түбәндәгесә буласаҡ. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 22 һәм 23 апрелдә республикала томан төшөүе, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы 14 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин.

Бөгөн иртәнсәк урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей. Һауа температураһы көндөҙ – 9–14 градус йылы.

23 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй. Көньяҡ төбәктәрҙә ямғыр яуасаҡ, шулай уҡ киҫкен төньяҡ еле лә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә – 3-2, көндөҙ 9-14 градус йылы буласаҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: