Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
30 Апрель 2022, 20:35

Һауа торошо

Йылы кейемдәрегеҙҙе төпкә йәшермәй тороғоҙ! 

Һауа торошо
Һауа торошо

Май башында ҡырау төшөүе ихтималлығы ҙур. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял һәм байрам көндәрендә республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Уртаса һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк була. Республиканың төньяҡ райондарынан һалҡын һауа массаһының үтеп инеүе ихтимал. «Төндә республиканың күпселек өлөшөндә ер өҫтөндәге һәм тупраҡтағы һауа температураһы 0,-5 градусҡаса түбәнәйә, урыны менән +1,+6, көндөҙ иһә +10, +16, ә 2 майҙа +8,+13 градус була», — тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, тип белдерҙе метеорологтар. 2 майға ҡарай төндә республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.Йылы кейемдәрегеҙҙе төпкә йәшермәй тороғоҙ! 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: