Бөтә яңылыҡтар

Май айына халыҡ һынамыштары

Айҙың башы йылы, матур килһә, икенсе яртыһы һалҡын булыр. Майҙа ямғыр күп яуһа, сентябрь ҡоро килер. Муйыл сәскә атҡанда...

Муйыл сәскә атҡанда һәр ваҡыт һалҡындар көтөлә.

Май һалҡын килһә, икмәккә бай йыл булыр.

Беренсе торналар күренгәс, борсаҡ сәсергә була.

Торналар бик йыш күренһә - ҡоролоҡҡа.

Май айында ҡуңыҙҙар күп булһа, шулай уҡ ҡоролоҡ көтөлә.

Майҙың 21-ендә ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.

Айҙың һуңғы көндәрендә, ғәҙәттә, ете йылға бер тапҡыр һалҡындар күҙәтелә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: