Бөтә яңылыҡтар

Һауа торошо

Башметеоүҙәк синоптиктары 12 һәм 13 майға көн торошон фаразланы.

Һауа торошо
Һауа торошо

Башметеоүҙәк синоптиктары 12 һәм 13 майға көн торошон фаразланы. Был ике көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуын һәм көслө ел сығыуын күҙаллайҙар.


Бөгөн 12 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ – 12–17 градус йылы буласаҡ.

Иртәгә 13 майҙа ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә – 3-8, көндөҙ 12-17 градус йылы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: