Бөтә яңылыҡтар

Һауа торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә яҡынса фараз яһаны. Белгестәр хәбәр итеүенсә, көн торошоноң насарайыуы көтөлә.

Һауа торошо
Һауа торошо

  16 һәм 17 майҙа – боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен һәм көслө ел сығыуы ихтимал.

Бөгөн 16 май ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ, урыны менән йәшен. Ел көньяҡтан көнбайышҡа күсеүсән, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ 12–17 градус йылы буласаҡ.

17 майҙа шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен булыуы күҙаллана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә – 4–9, көндөҙ 13–18 градус йылы көтөлә.           

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: