Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
19 Июнь 2022, 09:45

Һауа торошо

Бөгөн көндөҙ республика буйынса урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ.

Һауа торошо
Һауа торошо

Башҡортостанда алдағы ике көндә йылы һәм ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ. Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, республикала урыны менән ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Бөгөн көндөҙ республика буйынса урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 21-26 градус йылы. Дүшәмбе, 20 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 10-15, көндөҙ 18-23 градус йылы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: