Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
8 Ноябрь 2022, 08:55

һауа торошо

8 ноябрь һынамыштарға ҡарағанда, бәҫ төшһә, ҡыш ҡарлы буласаҡ тиҙәр. Ә  синоптиктар ниндәй һауа торошо вәғәҙәләй.

һауа торошо
һауа торошо
Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, айҙың өсөнсө декадаһында ҡар ятасаҡ.

8 ноябрҙә, шишәмбе, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын. Төндә -1,...-6, көндөҙ 1,...-4 градус.
 
9 ноябрҙә, шаршамбы, төндә бер аҙ ҡар яуа, ул көндөҙ епшек ҡарға әйләнәсәк. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы -+1,...-4, көндөҙ +3,...-2 градус тәшкил итәсәк.
 
15 ноябрҙән һуң һыуыта башлаясаҡ һәм 21-енән көслө ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ - 7 градус һыуытып, ҡар башҡа иремәйәсәк. Ҡар ныҡлап ноябрҙең өсөнсө декадаһында ятасаҡ, тип фаразлана.
 
Һауа торошо кинәт үҙгәреп, ҡар йә ямғыр яуыуы сәбәпле, юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал.
 
Водителдәргә юлдарҙа иғтибарлы булырға кәрәк! Һеҙҙе өйҙә көтәләр!
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: