Һауа торошо Погода
28 Ноября 2022, 03:50

Был аҙна башында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башметеоүҙәк хәбәр итеүенсә Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был аҙна башында ниндәй һауа торошо көтөлә?Был аҙна башында ниндәй һауа торошо көтөлә?
Был аҙна башында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Урыны менән һауа температураһы -26 градусҡаса төшәсәк, әҙерәк ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлуыҡ ҡаплауы көтөлә.

Бөгөн, дүшәмбе, 28 ноябрҙә көндөҙ һауа температураһы -11, - 16, төндә термометр бағанаһы -13, -18 (аяҙытҡанда  -21, -26 ) градусҡаса төшәсәк. 

Иртәгә һәм шаршамбы көнө көслө яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән генә ҡар яуасаҡ. Ел төнъяҡтан, төнъяҡ-көнсығыштан, талғын.

Көндәр аяҙытыу менән төбәктә һауа температураһы  -25, -26 кимәлендә торасаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.
 
Автор:Залия Байгускарова