Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
18 Декабрь 2022, 09:25

Һауа торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәрҙә республикала көндәрҙең йылытыуы һәм көслө ҡар яуыуы хаҡында хәбәр итте.

Һауа торошо
Һауа торошо

Бөгөн, 18 декабрь көнө, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа буран, көндөҙ боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ - 0-5 градус һалҡын буласаҡ. 19 декабрҙә епшек ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуын вәғәҙәләйҙәр. Төндә урыны менән көслө ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 4 градус һалҡындан 1 градусҡаса йылы буласаҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: