Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
21 Октябрь 2023, 11:45

Ял көндәрендә ҡар яуырмы?

 “Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә бер аҙ ямғыр һәм ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә

Ял көндәрендә ҡар яуырмы?
Ял көндәрендә ҡар яуырмы?

.

Көндөҙ көньяҡ райондарҙа көслө ҡойма ямғыр яуыуы ихтимал . Ел төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә -3, +3 градус булһа, көндөҙ +2, +7 градус тәшкил итә.

Йәкшәмбе көндө 22 октябрҙә, төндә ямғыр көтөлһә, ваҡыты һәм урыны менән ул еүеш ҡарға әйләнәсәк. Был көндө ел тагы ла көсәйәсәк.

Юлдарҙың ҡайһы бер өлөштәрен боҙлауыҡ каплауы көтөлә. Һауа температураһы төндә - -3, +2, көндөҙ 0, +5 градус тәшкил итәсәк.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: