Һауа торошо Погода
10 Декабря 2023, 03:30

Һыуыҡ көндәр ахыры оҙаҡ булмаҡсы

Синоптиктар күҙаллауҙарына ҡарағанда 10 декабрҙә лә һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыуыҡ көндәр ахыры оҙаҡ булмаҡсыҺыуыҡ көндәр ахыры оҙаҡ булмаҡсы
Һыуыҡ көндәр ахыры оҙаҡ булмаҡсы

 Республиканың күп өлөшөндә һауа температураһы-31...-36 градус, ә төньяҡ райондарҙа -40...-43 градус һыуыҡ буласаҡ.

Көньяҡ райондарҙа төндә -23...-28, көндөҙ-20...-25 градус күҙәтеләсәк.

Дүшәмбе көндө лә һыуыҡ булыуы көтөлә.

Синоптиктар белдереүенсә бындай һыуыҡ һауа торошоноң сәбәбе - арктик һауа массаларында һәм поляр антициклон йоғонтоһонан.

Автор:Залия Байгускарова